Бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды

Бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара Аксаков көндәре башланды 19.09.2014

24-се тапҡыр ойошторолған байрамға йылдағыса  төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килде.

Тантаналар  Өфөнөң бер нисә майҙанында барҙы, Аксаковтың мемориаль йорт-музейында күргәҙмә асылды, яҡташыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ҡунаҡтар кис  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйылды. Унда  бай программалы  тамаша күрһәтелде.  Ҡупшы күлдәктәрҙәге ҡыҙҙар һәм фрак кейгән егеттәр вальс бейене. Аксаков балы гүйә бөтәһен дә  19 быуатҡа алып ҡайтты.  Әйткәндәй, ул 2007 йылдан бирле үткәрелә. Быйыл балда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Байрам саралары иртәгә Бәләбәй районында дауам итә. Унда «Өмөт ҡыңғырауы» тип аталған Аксаков кисе ойошторола. 21 сентябрҙә фольклор байрамдары  Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында  үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку