Бөгөн бөтә донъяла телевидение көнө билдәләнә

Бөгөн бөтә донъяла телевидение көнө билдәләнә 21.11.2017

Башҡортостанда уның тарихы уҙған быуаттың илленсе йылдары аҙағына барып тоташа. 1956 йылда Өфөлә телеүҙәк төҙөлөшө башлана. Ошо ваҡыттан алып телевидене өлкәһе техник үҫеш, тапшырыуҙарҙың йөкмәткеһе һәм төрлөлөгө, шулай уҡ экран сифаты буйынса ла йылдам алға бара. Әлеге ваҡытта республикала тиҫтәләрсә район һәм ҡала телеканалдары эшләй. Һөнәри байрам уңайынан, киләһе яҙмабыҙ Башҡортостан юлдаш телеканалы ҡаҙаныштары тураһында.

Телевизор ҡараусыларҙы иртәнге «Сәләм» тапшырыуы хәйерле иртә теләп уятһа, «Яңылыҡтар» көндәлек хәбәрҙәр менән таныштырырға ашыға. Тәүлегенә ете тапҡыр эфирға сыҡҡан яҙмаларҙың һәр береһен үҙенсәлекле итеп эшләүҙә, оператив рәүештә еткереүҙә хәбәрселәр үҙ көсөн һалһа, телевизор ҡараусыны ҡыҙыҡһындырып ебәреү өсөн алып барыусыларға  ла тырышырға  кәрәк, ти хеҙмәттәшебеҙ Гүзәл Мөхәмәтйәнова.
Журналистар  әҙерләгән материалдар сығарылыш бүлегенә  махсус программа буйынса компьютер аша ғына тапшырыла. Ә бит ҡасандыр хәбәрселәргә  тапшырыуҙарҙы таҫмаларға төшөрөгә, көс еткеһеҙ төргәктәрҙе күтәреп ташырға тура килә. Телевидение өлкәһендәге техник үҫеш «Яңылыҡтар»ҙың йөкмәткеһен байытырға булышлыҡ итә.
Ысынлап та, аҡлы-ҡаралы телевизорҙарҙан, ҡатлы-ҡатлы таҫмаларҙан башланған телевидение бөгөн төҫлө, һанлы форматта эшләй. Шулай ҙа журналистарға халыҡ күңеленә ятырҙай, уларҙы йәлеп итерлек тапшырыуҙар әҙерләү зарур. Миллиондарса тамашасыһы  булған Башҡортостан юлдаш телевидениеһы был юҫыҡта уңышлы эшләй. Хеҙмәткә лайыҡлы баһаны Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәр дәлилләй. Күптән түгел «Федерация» телевизион бәйгеһендә телеканал бер юлы биш награда лайыҡ булды.
Телеканалда етештерелгән  проекттар үҙенсәлекле алымдары менән айырылып тора. Уның аудиторияһы киң, йәштәр, оло быуын вәкилдәре, балалар. Шулай уҡ спорт, юмористик һәм башҡа тапшырыуҙарҙа кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр үҙҙәре үк ҡатнаша.
Күптән түгел «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Бирешмә» сериалын төшөрҙө. Фильм тамашасылар өсөн яңы йылға ҙур бүләк булыр тип көтөлә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы иһә  тамашасылар һорауы, теләге буйынса Яңы йылға «Зәңгәр уттар» проектын тергеҙеү өҫтөндә эшләй.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы  донъяның бөтә ҡитғаларында ла күрһәтә, уның тамашасылары миллиондар менән иҫәпләнә. Зәңгәр экрандар һәр ваҡыт яҡты, матур, ә яңылыҡтарҙы оператив рәүештә хәбәр итеүҙә водитель, оператор һәм башҡа хеҙмәттәштәребеҙҙең роле ҙур. Тынғыһыҙ хеҙмәт емешен Яңы йыл байрамдарында телевизор ҡараусылар үҙҙәре ҡарай аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика