Бөгөн Ҡариҙел районында «Йәш тауыштар» республика  эстрада йыр  конкурсы үтте 17.07.2015

Бәйгелә Башҡортостандың 26  төбәгенән алтмышҡа яҡын йәш башҡарыусы көсөн һынап ҡараны. Гран-приға Баҡалы районынан Екатерина Митрофанова лайыҡ булды.  

Суд приставы булып эшләгән Рәмзил Нурмөхәмәтов конкурста тәүгә ҡатнаша. Асҡын егете бәйгелә бер йырҙы рус телендә башҡарырға кәрәклеген белмәгән. Благоварҙан килгән танышы Георгий менән тиҙ генә танкист хаҡындағы йырҙың көйөн иҫкә төшөрөп сығыш яһайҙар. Бәйгелә  конкурент егеттәр бына шулай бер- береһенә ярҙам итә. Бында шоу- бизнес юҡ.
Конкурста ҡатнашыусылар  төрлө һөнәр эйәләре.   Күптәр  яңы дуҫтар табыу, аралашыу өсөн килгән. Иҡтисадсыға уҡыған Риянаға йыр йәшәргә ярҙам итә. Хыялында йырсы булһа ла, сәнғәт юлын һайларға тура килмәгән. «Йәш тауыштар» эстрада йыр  конкурсы тәүге тапҡыр  туҡһанынсы йылдар аҙағында Ҡариҙелдә зона бәйгеһе булараҡ үтә. 2009 йылда республика статусын алған.  Ойоштороусылар ике йылға бер уҙғарылыусы бәйгенең географияһы йылдан- йыл киңәйеүен билдәләй. Йәш башҡарыусыларҙың һәләтен  Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров һәм композитор Нур Дауытов баһалай.  
Конкурста  вокал һәләте булған ун алты йәштән утыҙ биш йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша. Ул ике турҙан тора. Бер  йыр  русса,  икенсеһе туған телдә  башҡарылырға тейеш.
Гран- при эйәһенә  телевизор бирәләр. Абруйлы  баһалама комиссияһы  алдында һәләтен һынап ҡарарға баҙнат итеүселәр   дипломдар менән бүләкләнә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика