Бөгөн 81-се йәшендә танылған йырсы, Өфөнөң Почетлы гражданины, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны 26.11.2016

Хоҙай уға бәхетле  ижади  ғүмер инселәгән. Фәрит Бикбулатов башҡарыуындағы  моңло йырҙар  һәр кемебеҙ  күңеленә яҡын.  Фәрит  Хәйбулла улы 8 августа ғына үҙенең һикһән йәшлек юбилейын үткәргәйне. Йырсы 1936 йылда Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында донъяға килә. Уның тормош юлы һәм ижады бик бай.

Әрме хеҙмәтенән һуң Өфөнөң 1-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. Уҡыу осоронда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Студент йылдарында  ҡала профсоюздары хорында, «Төҙөүсе» клубының үҙешмәкәр театры спектаклдәрендә ҡатнаша.
Училищены тамамлағандан һуң Калинин исемендәге мәҙәниәт һарайының агитбригадаһында сығыш яһай, хор һәм драма түңәрәктәрендә лә шөғөлләнә. Моңло һәм һәләтле егеткә  завод коллективы Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә тәҡдим итә. 1969 cәнғәт училищеһының вокал бүлеген, 1981 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. 1967 йылда Польшаға гастролдәрендә Фәрит Бикбулатовтың  уңышлы сығыштарын  көнбайыш гәзиттәре маҡтап яҙып сыға.
Фәрит Хәйбулла улының ғүмеренең 21 йылы Башҡортостан телевидениеһы менән бәйле. Һөйкөмлө, баҫалҡы, яғымлы уҙаман коллегалары араһында ла абруй һәм хөрмәт ҡаҙана. Диктор, мөхәррир, музыка бүлегенең өлкән мөхәррире... Ул үҙен юғары оҫталыҡҡа эйә журналист, профессиональ йырсы, ҡуйыусы- режиссер, көнүҙәк тапшырыуҙарҙы әҙерләүсе, фестивалдәр, конкурстар үткәреүсе булараҡ та таныта.
Тамашасыһы алдында  Фәрит Бикбулатов популярлыҡ һәм дан ҡаҙана. Лирик тауышлы, матур тембрлы  йырсы эстрада көмбәҙендә халыҡтың иң һөйкөмлө һәм яратҡан йырсыһы кимәленә күтәрелде. Башҡорт эстрадаһын  һәм профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Үҙешмәкәр һәм профессиональ композиторҙар йырҙары ла тап Фәрит Бикбулатов башҡарыуында халыҡтың яратып тыңлаған йырына әүерелә.
Һуңғы йылдарҙа  билдәле йырсыбыҙ  тамашасылар алдында  шоу-программалар алып барыусы һәм оҫта рәссам  булараҡ та асылды. Уның пейзаждары йырҙары  кеүек моң, яҡтылыҡ, наҙ менән менән һуғарылған. Картиналарында тыуған ауылына, Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөүен һала ижадсы.
Үҙенең киң билдәле йырҙарының береһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов: «Үтеп кенә барған был ғүмерҙең кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым, үҙ юлымдан ғына мин еләм», тигән юлдар бар. Һикһән йәшен артылған һөйөклө, сал сәсле йырсыбыҙ ҙа ошо юлдарҙағыса, ашыҡмайса, халҡыбыҙға моң өлөште, Ҡайғы-хәсрәттәрҙе таратты. Халҡыбыҙҙың яратҡан улы, моң эйәһе, оҫта рәссам, Башҡортостандың халыҡ арисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины Фәрит Хәйбулла улы  Бикбулатов  менән хушлашыу 27 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да   Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика