Ҡазанда Башҡортостан данын «Заман» төркөмө яҡлаясаҡ

Ҡазанда Башҡортостан данын «Заман» төркөмө яҡлаясаҡ 01.11.2014

Өфөлә Turkvision халыҡ-ара йыр конкурсының һайлап алыу туры үтте.

20 ил, ике тиҫтәләп йыр, 300 миллиондан ашыу тамашасы. Быйыл конкурс төрки донъяның быйылғы мәҙәни баш ҡалаһы исемен алған Ҡазанда уҙасаҡ. Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Төрки илдәрҙең барыһында ла тиерлек халыҡ-ара конкурстың һайлап алыу турҙары үтә. Фестивалгә «Ҡурай» йыр-моң каналы ла үҙ йырсыһын тәҡдим итте.
Бәйгелә ете конкурсант һынау тотто. Улар араһында тамашасыға бик үк билдәле булмаған йырсылар ҙа, халыҡ араһында киң танылыу яулағандары ла бар. Барыһы ла «тере тауыш»ҡа йырланы. Улар араһында башҡорт халыҡ йырҙарын заманса башҡарыусылар ҙа, сит ил хиттарын йырлаусылар ҙа булды.
«Ҡурай» йыр-моң каналы - төрки халыҡтарҙың заманса музыкаль сәнғәтен пропагандалаған, милли мәҙәниәтте байытҡан проект партнеры. Turkvision конкурсы ла башҡорт эстрадаһын донъяуи йыр-моң даирәһенә юл асыуҙың бер аҙымы. Төрки донъяның быйылғы мәҙәни үҙәге Ҡазанда үтәсәк йыр бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғына «Заман» этно-проекты лайыҡ булды.
Turkvision конкурсы «Ҡурай» дуҫтарын йыя» исеме аҫтында үтте. Башҡорт сәнғәтенә ғашиҡтар, төрки донъя мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн йәнле аралашыу онотолмаҫлыҡ кисерештәр, рухи байрам бүләк итте. Халыҡ тамашанан ҡәнәғәт ҡалды.
«Заман»  төркөмөн алда тағы ла сәмле һынау көтә. Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ «Евровидение» аналогының ярымфиналы 19 ноябргә, ә финал 21-нә билдәләнгән. Конкурс шарттарының береһе - унда тәҡдим ителәсәк йырҙың бер ҡайҙа ла яңғырамауы, уны «тере» тауышҡа башҡарыу шарт. Тимәк, моң һөйөүселәр гел яңы әҫәрҙәр һәм ысын тауышҡа башҡарылған эстрада йырҙарын тыңлаясаҡ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку