Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланды 17.11.2015

Ғәҙәттә, халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы ергә ҡар ятҡас башҡарыла. Төбәктәрҙә  күпләп ҡаҙ үҫтергән ғаиләләр етерлек. Күгәрсен районында  хәҙер ҙә ҡаҙ өмәләрен йолаһына ярашлы итеп, матур байрам рәүешендә үткәрәләр.

Әлмәс ауылында йәшәүсе Гөлзиә  һәм Ринат  Килсенбаевтар ғаиләһе күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай.  Уларҙың  йортонда өмә барған хаҡта ишетеп, сит ауылдағы туғандары, дуҫтары ла килеп еткән. Балалар ҙа эштән ситтә ҡалмай.   Йолҡоп таҙартҡас, ҡаҙҙарҙы Мәрәүешле йылғаһы һыуында сайҡарға алып баралар.
Өмә төрлө әйтем, таҡмаҡтар, йырҙар  менән үрелеп бара.  Ҡаҙ өмәһендә киләһе йылда ла ҡош-ҡорттоң ишәйеүенә теләктәр әйтелә,ҡунаҡ ашы ойошторола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика