Ҡатындар өсөн хеҙмәт ҡануниәте

Ҡатындар өсөн хеҙмәт ҡануниәте 01.03.2017

Өфөлә ошондай исем аҫтында Республика  профсоюз ҡатын-ҡыҙҙар форумы асылды. Сарала  Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан  400-ҙән ашыу делегат, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ- ведомство етәкселәре ҡатнашты. Һүҙ эшләп йөрөүсе гүзәл заттарҙы яҡлау, һаҡлау, йәғни хеҙмәт урынында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлы  шарттар тыуҙырыу, сәләмәтлеген нығытыу  буйынса башҡарылған эштәр һәм бурыстар хаҡында барҙы.

Венера Абдуллина  сығышы менән Стәрлебаш районынан. Ул  элеваторҙа эшләп йөрөгәндә 19 йәшендә генә ҡазаға тарый һәм ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Әммә  Венера ханымдың рухы һынмай, үҙендә яңы тормош башларға көс таба,  ғаилә ҡора, рулгә ултыра, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
Венера Абдуллина һымаҡ эш урынында йәрәхәтләнеүселәр байтаҡ. Сөнки  табыш артынан ҡыуып   хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибар биреп еткермәүселәр ҙә,  ҡазаға тарыу осраҡтарын  рәсми рәүештә теркәргә теләмәүсе  предприятие етәкселәре лә бар. Профессиональ сирҙәр  ҙә төп проблемаларҙың береһе булып тора. Профсоюздар ошондай күренештәргә юл ҡуймау, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш алып бара ла инде.
Хәүефһеҙлек,  эш урынында ҡазаланыу,  профессиональ сирҙәр менән бәйле проблемалар айырыуса  сәнәғәт, төҙөлөш,  ауыл хужалығы тармағындағы  ҡеүәтле предприятиеларҙа  етди тора. Әммә был башҡа һөнәр эйәләрен  борсоған мәсьәләләр юҡ тигәнде аңлатмай. Шуға күрә  һаулыҡты нығытыуға, профилактика эшенә  ныҡлы иғтибар биреү ҙә мотлаҡ. Мәҫәлән, Хәйбулла районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең  профсоюз ойошмаһы  даими рәүештә сәләмәт йәшәү образын пропагандалай. Оло быуын вәкилдәре менән бер рәттән йәш белгестәргә лә шифаханаларға  юлламалар бирелә.
Бөтә тармаҡтарҙа ла ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәр бар,  ә эшләп йөрөүсе кеше иҡтисадтың нигеҙе, илде алға этәреүсе. Шуға күрә уларҙың хеҙмәт хаҡы, хәүефһеҙлеге, сәләмәтлеге лә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Осрашыуҙа әүҙем һәм уңышлы эшләүсе профсоюз ағзаларына Маҡтау ҡағыҙҙары,Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға тип данлаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә  ҡурсалауға мохтаж. Форумда эшләү йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау, сәләмәтлектәрен һаҡлау буйынса  ҡануниәтте камиллаштырыу тәҡдиме күтәрелде,  көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, теләк булһа бар мәсьәләләрҙе лә ҡыйынлыҡһыҙ хәл итергә ммөкин.
Яңы иҡтисади шарттарҙа  профсоюздарҙың  эш йүнәлештәре лә үҙгәрә. Бөгөнгө көндә ойошма мәшғүллекте тәьмин итеү,  эш урындарын һаҡлау, хеҙмәт хаҡын арттырыу, уңайлы шарттары тыуҙырыу буйынса эш алып бара. Был йәһәттән социаль партнерлыҡ системаһы уңышлы ҡулланыла. Уның сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте, Профсоюздар Федерацияһы һәм эш биреүселәр  араһында өс яҡлы килешеү ҙә төҙөлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика