Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы 02.11.2016

Мәрхәмәтлектең сиге юҡ. Өфөлә  ноябрь уртаһында ошондай исем аҫтында  халыҡ-ара форум үтә. Бөгөн  Башҡортостан Хөкүмәтендә сараны ойоштороу комитетының ултырышы үтте.

Был сара Евразия ҡатын-ҡыҙҙарының икенсе форумы алдынан ойошторола. Унда  Америка Ҡушма штаттары, Великобритания, Германия, Көньяҡ Африка һәм башҡа бик күп сит илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Рәсәй һәм Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары ла  саҡырылған. Барлығы 400-ҙән ашыу делегат.  Ике көн дауамында барған сара сиктәрендә  хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.  Был көндәрҙә  «Йылмайыу» хәйриә операцияһы ла үтә. Ирене кителгән һәм аңҡауы ярылған сабыйҙарға был операциялар  ысын мәғәнәһендә яңы ғүмер бүләк итә. Сөнки бындай  кәмселек менән тыуған бала йүнләп һөйләшә лә ,  ашай ҙа,  йылмая ла алмай.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара хәйриә, меценатлыҡ йүнәлешен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың был тәңгәлдә уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика