Асыҡ һауалағы музей

Асыҡ һауалағы музей 03.09.2014

Бөгөн яғыулыҡ-энергетика колледжы тип йөрөтөлгән Баймаҡ тау-металлургия техникумының бай тарихы бар.

Заманында ул тотош Советтар Союзы өсөн белгестәр әҙерләгән. Составында алтын булған тау тоҡомдарының өлгөләре барлыҡ ятҡылыҡтарҙан да алып ошо музейға ҡуйылған. Был музейҙың тап белем көнөндә асылыуы ла осраҡлы түгел. Колледж етәкселеге йәштәр уҡыу йортоноң тарихын яҡшы белергә тейеш тигән фекерҙә. Бында уҡыған белгестәргә бөгөн дә ихтыяж ҙур. Район хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, бөгөн илгә, иҡтисадҡа киң профилле белгестәр кәрәк. Яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн һөнәр эйәләре бөгөн тап ошо колледжда әҙерләнә лә инде.
Сәлимә Ишмырҙина, яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры урынбаҫары: «Быйыл конкурс ныҡ юғары, бер урынға өсәр кеше дәғүә итте. Ҡабул итеү өсөн аттестаттар конкурсы үткәрҙек. Хәҙер беҙҙә барлығы 246 студент. Уларҙың 90-ы коммерция нигеҙендә уҡый».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку