Асыҡ һауала классик музыка 26.08.2016

Донъя шедеврҙарын урамда ла ишетергә була, өҫтәүенә профессиональ башҡарыуҙа.

Скрипка оҫтаһы Илшат Мөслимов «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдында ижадташ дуҫтары менән ҡала халҡы өсөн бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы. Беренсе бүлектә Антонио Вивальдиҙың «Йыл миҙгелдәре» циклы өҙөктәре яңғыраһа, артабан концертты классик һәм танылған композициялар дауам итте. Тамашасылар  виртуоз башҡарыуҙан хайран ҡалды.
Илшат Мөслимовҡа сәхнәлә Рөстәм Сөләймәновтың квартеты менән Юлия Абросимова ҡушылып уйнаны. Асыҡ һауала үткән концерттан музыканттар айырым ләззәт алды. Беҙҙең маҡсат кешеләргә яҡшы кәйеф, күңелдәрҙә ыңғай хис-тойғолар уятыу, ти сәхнә оҫталары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика