Ҡарасәй-Черкесия халҡы Башҡортостан хаҡындағы фотокүргәҙмә менән танышты

Ҡарасәй-Черкесия халҡы Башҡортостан хаҡындағы фотокүргәҙмә менән танышты 29.09.2015

Төбәктең баш ҡалаһында асылған экспозиция республиканың үҙенә генә хас мәҙәниәте, йолалары, тәбиғи байлыҡтары, шулай уҡ уңған халҡы хаҡында ине. Әлбиттә, төп акцент - яңыраҡ Өфөлә үткән мөһим сәйәси-иҡтисади ваҡиғаларға йүнәлтелә. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле фоторәссамдар, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС берләшмәһенә ҡараған ил вәкилдәренең эштәрен Ҡарасәй-Черкес республикаһы мәҙәниәт министрлығы ла юғары баһалай: «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара проекты төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ныҡлы этәргес булып тора.

Гөлсәсәк Ханнанова Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең  матбуғат хеҙмәте етәксеһе:  «Фотоһүрәттәрҙе сит телдәргә тәржемә итеү талап ителмәй. Бар матурлыҡ күҙ алдында. Был күргәҙмәлә тиҫтәләгән авторҙың эштәре ҡуйылған. Улар төрлө ил вәкилдәре,  менталитеттары ла айырыла. Әммә фоторәссамдарҙы берләштереүсе көс бар - һәр кем Башҡортостанды данлай».
Башҡортостанда «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» проекты  25-се йыл эшләй. Уның сиктәрендә йыл һайын республика буйлап фототурҙар үтә. Артабан авторҙарҙың эштәрен Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күрергә мөмкин. Әйткәндәй, быйыл был күргәҙмә менән Мәскәү, Һиндостан, Ҡаҙағстан халҡы ла танышты. Сираттағыһы октябрҙә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында асылырға тейеш.
Франческо Джорджио, фоторәссам /Италия/: «Беҙ аҙнанан ашыу ваҡыт Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттек. Тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Был  минең өсөн ҙур тәжрибә. Акцияның идеяһы ла изге: Башҡортостанды донъя халҡына күрһәтеү, танытыу».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика