Антигонаға анти баһа

Антигонаға анти баһа 30.10.2016

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған премьера тирәләй бәхәс ҡупты. Ҡайһы бер тамашасылар спектаклде бөтөнләй аңламауҙарын белдерһә, икенселәре беҙҙең менталитетҡа тап килмәй, ауыр әҫәр, тип яр һала. Антигона тамашасыға нимәһе менән оҡшамаған? Быны актерҙар һәм премьераны ҡуйыусылар үҙҙәре лә асыҡларға теләп тамашасы менән фекер алышыу ойошторҙо.

Билдәле булыуынса, «Антигона» «Эдип батша» әҫәренең дауамы. Әйткәндәй, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры тамашасы хөкөмөнә трагедияны 2012 йылда тәҡдим иткәйне. Тәүҙә ул 1919 йылда ҡуйылған. Ниһайәт, бөгөн «Антигона» ла башҡортса һөйләште.
Антигона Башҡорт драма театрының 97-се ижад миҙгеленең тәүге премьераһы ла булып тора. Ләкин йәй буйы сәхнә әҫәрҙәренә һыуһаған тамашасы боронғо грек трагедияһын еңел генә ҡабул итә алманы. Оҙайлы ялдан һуң, ҡапыл аңлап етмәүеме, әллә боронғо классик өлгөһөн ҡарауға әҙер булмау һөҙөмтәһеме? Һәр хәлдә, премьеранан һуң, интернет селтәрендә ҡыҙыу бәхәс ҡупты. Тәүҙә халыҡ театрҙың маркетингы юҡлығын тәфсирләне...

- Антракт ваҡытында дуҫтарым, тамашасылар менән фекер алыштыҡ. Нимә аңланығыҙ? Драманың мәғәнәһе нимәлә? Ваҡиға нимә тураһында бара? Ләкин бер кем дә яуап бирә алманы. Үтеп барышлай бер ханым ғына: Әле финал булмаған бит, тип кенә яуап бирҙе.
- Был пьеса беҙҙең тамашасы өсөн түгел. Халыҡ текста нимә яҙылғанын түгел, уны сәхнәлә ҡуйылған ауыр аңлай.
- Тамашасыны тәрбиәләргә кәрәк, ә улар кимәленә төшөргә түгел. Бәлки, кем дә булһа Антигона кем булған тип ҡыҙыҡһыныр?

Иғтибарҙан сәхнә декорацияһы ла ситтә ҡалманы. Полиэтилен япма, саң ултырған, ҡул эҙҙәре ҡалған әйберҙәрҙе тамашасы ремонттан һуң, йыйыштырылып өлгөрмәгән урынды хәтерләтеүен телгә алды.
Сәхнәнән яңғыраған һүҙҙәр тигәндән, тамашасының был урында ла үҙ бәхәсе. Театр һөйөүселәр Антигонала «нәнәй», «энем», «бабай» кеүек диалект һүҙҙәрҙең яңғырауын телгә ала. Ни өсөн «нәнәй», ә «өләсәй» түгел, тигәән һорау борсой бәғзеләрҙе. Баҡтиһәң, ул «кормилица», «няня» һүҙенән алынған икән.
Сер түгел, әлбиттә, тәү ҡарауҙан һәр кем пьесаның киң фәлсәфәһенә төшөнөп бөтә алмай. Әммә был күренеш тамашасыға донъя классикаһы өлгөләре тәҡдим ителергә тейеш түгел тигәнде аңлатмай, ә киреһенсә, халыҡты юғары драматургия өлгөләре менән даими таныштырырға бурыслы, тип иҫәпләй ижади коллектив. Бәхәс интернет тирәләй генә барҙы. Ә театр хеҙмәткәрҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарап түгел. Ошо шау-шыуҙан һуң, ижади төркөм спектакль һуңынан осрашыу үткәрә лә башланы. Антигонаға ла сират етте.
Кемделер театрға интернеттағы бәхәс, берәүҙәрҙе саҡырыу ҡағыҙы, ә икенселәрҙе үҙ аҡсаһына билет һатып алыуҙары килтергән. Театр коллективына ҡарата рәхмәт әйтеү менән бергә, тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраны.
Был йәһәттән башҡорт театры үҙ бурысын үтәне тип аңларға кәрәк. Антигона төрлө фекерҙәр, төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. Ни тиһәң дә, классик театрҙа донъя драматургияһы өлгөләре булырға тейеш, тигән фекерҙә белгестәр. Икенсенән, мәҙәниәт усағы ла бит тамашасы артынан эйәрергә тейеш түгел, ә киреһенсә, ул үҙе өлгө күрһәтергә, кешене юғары сәнғәткә әйҙәргә бурыслы. Бәхәс тыуҙырһын да ул, тик иң мөһиме битарафлыҡ булмаһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика