Һамар башҡорттарын тарихи-этнографик әҙәбиәттә «Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары», тип йөрөтәләр

Һамар башҡорттарын тарихи-этнографик әҙәбиәттә «Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары», тип йөрөтәләр 03.07.2017

Төбәктә урындағы милләтәштәребеҙҙең йыйыны үтте. Ырғыҙ буйы башҡорттарын туплаған ҡор фекер алышыу, киләсәккә бурыс-маҡсаттар биллдәләү майҙанына әйләнде.

Улар Кәрәлек йәки халыҡ атағанса «Ҡаралыҡ» буйында ике, Ырғыҙ буйында ете ауылда йәшәй. Шулай уҡ, ҡасандыр эре совхоз үҙәктәре булған һәм ҡатнаш милләтле ҡасабаларҙа ла милләттәштәребеҙ байтаҡ. Быйыл ул Ырғыҙ ауылында ойошторолдо. Йыйын күренекле яҙыусылар Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти,  билдәле дәүләт һәм партия эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшин, БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафиналарҙың таҡташына сәскә һалыуҙан башланды.
Республикаға күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан менән телевидение, радио, матбуғат баҫмалары аша бәйләнеш тота. Был йәһәттән Һамар башҡорттары юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарау һәм радиоһын тыңлау  мөмкинлегенә эйә. Һамарҙар үҙҙәре 17 йыл  инде «Ырғыҙ» ижтимағи-сәйәси  гәзитен, «Беҙ - башҡорттар» журналын нәшер итә. Ырғыҙ мәктәбендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытыла. Балаларыреспублика конкурстарында ҡатнаша. Мәктәптә инструменталь фольклор ансамбле уңышлы эшләй.
Йыйынды уҙғарыу урыны итеп Ырғыҙ ауылы юҡҡа ғына һайланмаған. Клубта капиталь ремонт үткәрелгән, яңы музыка ҡорамалдары һатып алынған. Быйыл өлкәнең бөтә ауыл хакимиттәре футбол командалары араһында ырғыҙҙар   беренселекте алған. Көҙ улар Рәсәйҙә Һамар өлкәһе исеменән уйнаясаҡ. Ауылда 10-лаған хужалыҡта күпләп һыйыр, һарыҡ аҫрала, продукцияны халыҡ  Һамар ҡалаһы баҙарҙарында һата. Шуныһы өмөттө уятты, йыйында Оло Чернигов районы хакимиәте башлығы Ырғыҙ мәктәбенә халыҡ яҙыусыһы Рәшит Ниғмәтиҙең исемен биреү тураһындағы тәҡдимен еткерҙе.
Һамарҙар рухи тамырҙарын онотмай. 8 июлдә Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған ауылы - Хәсәндә «Ауыл көнө» үтәсәк. Хәҙерге заман карталарынан юҡҡа сыҡһа ла, бөтә Рәсәйгә, сит илдәргә таралышҡан, әммә юҡҡа сыҡмаған ауылдаштарҙы, ерҙәштәрҙе, яҡташтарҙы йыя ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика