Ҡалыплашмаған ижад кисәһе 18.12.2015

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллинаның юбилей байрамын тап шулай тип атарға мөмкин.  Билдәле сәсәниә уны Өфөлә оҫталыҡ дәресе форматында ойошторҙо. «Ил инәһе, ил гәүһәре һеҙ икән» тип исемләнгән сара башҡорт милли костюмдарын тергеҙеүгә арналды.

Башҡорт милли кейеме бик күп ғалимдар тарафынан ҡабатланмаҫ бай этнографик күренеш тип билдәләнә. «Төрки халыҡ кейемдәре араһында иң бай фантазиялы, иң мәғәнәле һәм ҡабатланмаҫы - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы», тип Сергей Руденко ла әйтеп ҡалдырған. Әммә уҙған быуатта милли костюм тегеү технологиялары бөтөнләй тиерлек онотола. Ҡасандыр әсәнән ҡыҙға күсә килгән оҫталыҡ серҙәре хәҙер яңынан тергеҙелә.
Иң башта нәҙек кенә күҙәүле энәне дүрт ҡат еп менән һаплау зарур. Дәрескә килеүселәргә еңелдән бирелмәй, оҫталар ҡулында иһә эш уйнап тора.
Күҙ ҡурҡыуын еңеп,  ҡулдар яңы  эшкә тилберләнеп алғас, гүзәл заттар бер-береһен йыр менән дә дәртләндерҙе.
Селтәр  биҙәү серҙәренә өйрәткән оҫталыҡ дәресен Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге Сибай ағинәйҙәр ойошмаһы менән «Ете ҡыҙ» этнографик һәм матурлыҡ клубы ағзалары өйрәтте.
Ойоштороусылар тарафынан оҫталыҡ дәресенә йөҙҙән ашыу күкрәксә өсөн ерлек, cәйлән, тәңкәләр әҙерләнә. Улар етмәй ҡалды. Халыҡ ижады лабараторияһына республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан гүзәл заттар бик күп йыйылды.
Ишембай ағинәйҙәренә эйәреп, түшелдеректе мин дә тегеп ҡараным. Әммә бер-нисә сәғәт эсендә генә уның бөтә серҙәренә төшөнөрмөн тимә. Бөгөн иһә заманса кейемдәрҙе милли элементтар менән байытырға теләүселәр бик күп һәм уларҙың теләге бер. Күргәҙмә материалдарҙың видео рәүешендә интернета.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика