«Алтын тирмә -2015»  төбәк-ара халыҡ театрҙары фестивале яңы һәләттәр аса 15.05.2015

Өс ай эсендә баһалама ағзалары республика һәм күрше өлкәләрҙең 127 үҙешмәкәр театры спектаклдәрен ҡараны. Сәхнә әҫәрҙәре башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм марый телдәрендә ҡуйылды. Башҡортостанда фестиваль өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Быйыл унда Иглин районының  Оло-Теләк мәҙәниәт йортонан «Өмөт» һәм  Меңйетәр мәҙәниәт йортоноң  «Балҡыш» театры ҡатнаша.

Илһам Имаев, Үктәй ауыл биләмәһе башлығы: «Әғәм Атнабаевтың пьесаһы буйынса «Мөхәббәт тураһында йыр»  тигән спектакль ҡуйҙыҡ. Ул Еңеү темаһы буйынса, һуғыш темаһына. Ошо спектакльдә ҡатнашыу сәбәбе әлеге ваҡытта халыҡтың иғтибарына һуғыш темаһын, һуғыштың ғазаптарын еткереү».
Гөлшат Ибәтова, Иглин районының «Балҡыш» халыҡ театры режиссеры: «Ниһәйәт беҙҙең Иглин районында халыҡ театры барлыҡҡа килде. Бик шатбыҙ. Артабан да ошо исемде лайыҡлы итеп йөрөтөрбеҙ, матур итеп пьесалар ҡуйырбыҙ, халыҡты ҡыуандырырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ».
Алдан хәбәр ителеүенсә, «Алтын тирмә – 2015» фестиваленә бөгөн йомғаҡ яһала. Иң яҡшы халыҡ театрҙарын тәбрикләү тантанаһы Бәләбәй мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика