«Алтын тирмә – 2015» милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале яңы исемдәр аса

«Алтын тирмә – 2015» милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале  яңы исемдәр аса 07.04.2015

Халыҡ театрҙарының быйылғы байрамы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Фестивалдең тәүге һайлап алыу туры тамам.  Еңеүселәр Бәләбәй ҡалаһында үтәсәк финал сығышына әҙерләнә. Иглин районының ике театр коллективы, һайлап алыу туры сиктәрендә, «халыҡ» исемен яуланы.

Инвалид-фронтовиктың һуғыштан һуңғы тормошо. Яҡындарын юғалтҡан әсәләр һәм ҡатындар хәсрәте. Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары драматург Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт хаҡында йыр» драмаһын һайлап яңылышмай. Жюри ағзалары һәм тамашасы уларҙың сәхнә оҫталығын юғары баһаланы.
«Мөхәббәт хаҡында йыр» спектаклендә Үктәй ауыл советы башлығы Илһам Имаев ҡатнаша. Сәхнә әҫәренең темаһын белгәндән һуң, баш тарта алманым, ти ул. Күп кенә ауылдаштарыныҡы кеүек үк, уның да олатаһы яу яланынан әйләнеп ҡайта алмаған.
Ике ай эсендә милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале комиссияһы республика театрҙары ҡуйған 123 спектаклде ҡараны. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ «халыҡ театры» исеменә  лайыҡ яңы коллективтар ҙа асыҡлана.  Иглин районынан быйыл  Оло-Тәләктән «Өмөт» һәм Меңйетәр мәҙәниәт йортонан «Балҡыш» үҙешмәкәр театрҙары «халыҡ» исемен яуланы.  
Республикала барлығы 130 халыҡ һәм өлгөлө театр коллективы иҫәпләнә. Сәхнә әҫәрҙәрен улар башҡорт, рус, татар, шулай уҡ  сыуаш һәм марый телдәрендә лә ҡуя. Быйылғы фестиваль афишаларын Антон Чехов, Василий Шукшин, Ибсон, Мостай Кәрим кеүек билдәле классиктарҙың драма әҫәрҙәре атамалары биҙәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын тирмә» милли театрҙар фестиваленең икенсе туры 13-17-се майҙа  Бәләбәй ҡалаһында үтә.
Миләүшә Ҡаһарманова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика