«Алмағас сәскәһе. Хәсән Әхтәмовтың хыялы»

«Алмағас сәскәһе. Хәсән Әхтәмовтың хыялы» 28.04.2015

Бөгөн баш ҡала кинотеатрҙарының береһендә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы  сираттағы проектының исем туйын уҙғарҙы. Был юлы ижади коллектив  «Мираҫ» хәйриә фонды менән берлектә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы Хәсән Әхмәтовтың тормошҡа ашмай ҡалған теләген тормошҡа ашырҙы.

Советтар Союзы геройы Хәсән Әхмәтовтың хыялын тормошҡа ашырыусыларға ҡарата изге теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре. Яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашҡан «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәрен тамашасылар көслө алҡыштар менән сәләмләне.
Бер сәғәт дауамында барған документаль фильм бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Хәсән Әхмәтовтың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы һәр кемдә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. 19 йәшендә генә һәләк булған  яҡташыбыҙ күҙ алдына тыуған илен яратыусы, уның именлеге өсөн йәнен аямаусы яугир булып күҙ алдына баҫты.
Документаль әҫәрҙең эстәлеге Советтар Союзы Геройының бойомға ашмаған теләгенә ҡайтып ҡала. Ул тыуған төйәге - Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында алмағас баҡсаһы үҫтерергә хыялланған була. Әммә яҡташыбыҙҙың  ниәтен Бөйөк Ватан һуғышы өҙә. Ете тиҫтә йылдан һуң, уның теләге сит тарафта булһа ла тормошҡа ашты. Алмағастар батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың ҡәберлегенән алыҫ түгел ергә ултыртылды.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәренең сираттағы яңы проекты ла үҙ маҡсатына иреште. Тамашасы артабан «Тамыр»ҙарҙың яңынан-яңы эҙләнеүҙәрен, фәһемле фильмдар көтөп ҡала. Ә инде Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған документаль яҙма республиканың төп телеканалында 9 майҙа эфирға сыға.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика