Ҡала халҡы

Ҡала халҡы 28.05.2015

Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Игорь Тонконогийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды.

Игорь Тонконогий Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай. Рәссам станокта баҫып башҡарылған графиканың төрлө техникаһы буйынса ижад итә. Башҡортостанда нәшер ителгән китаптарҙа ла уның эштәрен йыш осратырға мөмкин. Игорь Тонконогий Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу алған. Англия, Америка Ҡушма штаттарында,Франция, Израиль, Канадала шәхси күргәҙмәләр ойоштора. Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында асылған күргәҙмәлә авторҙың 30 композицияһы ҡуйылған. Ҡала тормошон сағылдырған картиналарҙы рәссам йыл ярым эсендә төшөрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика