Һалҡын йылдар төҫтәре

Һалҡын йылдар төҫтәре 20.10.2016

Эстонияла йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Дина Гаврилованың яңы китабы шулай тип атала. Романда автор үҙе тыуып үҫкән Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылы кешеләренең уҙған быуаттың 36-сы - 54-се йылдарындағы тормошон һүрәтләй

Яҙыусы әйтеүенсә, яҡташтары тормошо аша ул  бөтә ил яҙмышындағы шанлы тарихи осорҙо һүрәтләргә тырышҡан. Дина Гаврилова барлығы алты китап авторы. Ижад өсөн темаларҙы ул  һәр ваҡыт һағынып ҡайтҡан тыуған ерендә таба. Сәғәттәр буйы яҡташтарының хәтирәләрен тыңларға, уларҙы ҡағыҙға теркәп барырға ваҡытын йәлләмәй.
Дина Гаврилова, яҙыусы /Эстония/: «Башҡортостан минең йөрәгемдә ҙур урын алған. Тыуған еремдә мин үҙемде һәр ваҡыт бәхетле тоям. Яҡташтар менән осрашыу миңә йәшәү дәрте өҫтәй, ижадҡа илһамландыра».
Ошо көндәрҙә Дина Гаврилова тыуған Бишбүләк, әлеге ваҡытта әсәһе йәшәгән Бәләбәй районында яңы китабының исем туйын ойшторҙо. Яҙыусыны ошондай уҡ маҡсат менән Санкт-Петербург ҡалаһы сыуаш милли-мәҙәни ойошмаһында ла көтәләр. Эстонияла йәшәүсе яҡташыбыҙҙың пландары ҙур. Үҙе әйтеүенсә, яңы әҫәрҙәрен дә ул тыуған төйәгенә арнамаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика