Аксаков ял һәм мәҙәниәт паркында ғаилә байрамы йылына ике тапҡыр ойошторола 18.07.2015

Йылылыҡ, ихласлыҡ, сағыу биҙәктәргә бай сарала һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыға. Был көндө бала-сағаларға туйғансы тәмләткестәр ашарға ла, шаянлыҡ-шуҡлыҡтар ҙа рөхсәт ителә. Күп ғаиләләр яланда ял ойоштора, сәхрәлә ғаилә ағзаларын һыйлай, тирә-яҡтағы сағыу тамашаны күҙәтә.

Гөлфирә Ғәлимова, ғаилә байрамында ҡатнашыусы: «Парктарға, баҡсаларға һәр ваҡыт балалар менән киләбеҙ. Конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Рәхмәт ошо байрамды ойоштороусыларға».
Байрамда һәр оҫта үҙенең шөғөлө тураһында бушлай мастер-класс ойоштора. Теге-йәки был шөғөл хаҡында ентекле белергә теләүселәр ҡул эштәре күргәҙмәһе янында. Ләйсән Фәйзуллина ҡыҙы менән  ҡурсаҡтар тураһында  күп мәғлүмәт белде. Әсә менән ҡыҙ үҙенә оҡшаған ҡупшы ҡурсаҡты бүләккә һатып алды. Ҡурсаҡ эшләү оҫтаһы Эльвира Шәрәфетдинова ғаилә ҡиммәттәрен яҡлаусы байрамда һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡатнаша.
Эльвира Шәрәфетдинова, ҡул эштәре оҫтаһы: «Бәйләргә әсәйем өйрәтте.Унан интернет та ярҙам итә.Унда ниндәй генә дәрестәр юҡ. Ҡурсаҡты эшләүе ауыр.Уны кейендереү, биҙәү өсөн айырым оҫталыҡ талап ителә».
Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы аҡлан бала-сағаның шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Байрам үҙ маҡсатына иреште. Унан һәр кем яҡшы кәйеф, сағыу  тәҫъораттар алды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика