Ғаиләм һәм ҡалам - бергә үҫәбеҙ 01.06.2017

Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында ошо исем аҫтында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған  байрам үтте. Уны  Өфө ҡала хакимиәте уҡыу йорттары, социаль учреждениелар, йәштәр һәм спорт комитеттары менән берлектә уҙғарҙы.

Салауат Юлаев майҙанын бөгөн бер-нисә минутта ғына әйләнеп сығырлыҡ түгел ине. Балаларҙы аҙым һайын тиерлек һынауҙар, конкурстар көтөп кенә торҙо. Хәйер, кескәйҙәр ҙә тартынып торманы. Аниматорҙар тәҡдим иткән уйындарҙа улар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Уйындар быйыл ябай түгел. Байрамды ойоштороусылар һәр һанауҙы ла ниндәйҙер һөнәргә бағышлаған. Берәүҙәр тарихты өйрәнһә, башҡалар роботтар, заман технологиялары менән ҡыҙыҡһынды. Интерактив майҙанды үтеүселәр байрам концертын ҡараны. Бында инде кескәйҙәрҙе «Тамыр» телеканалының йондоҙҙары сәләмләне.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан байрамдар баш ҡаланың башҡа майҙандарында ла гөрләне. Өлкәндәр был күңел асыу сараларына мөмкин тиклем күберәк балаларҙы йәлеп итергә тырышҡан.
Бөгөн иһә Яҡутов паркы айырыуса байрам төҫө алғайны. Ата -әсәләр ҙә сабыйҙарҙың күңелен күреү өсөн иғтибарын да, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне. Атракциондарға балаларҙан сират теҙелде. Берәүҙәр йырланы, икенселәр бейене, конкурстарҙа ҡатнашты, тәмлекәстәр менән һыйланды. Ә балалар шат икән , тимәк, илебеҙ ҙө тыныс, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Сабыйҙарҙың бәхетле бала сағын яҡлау, йөҙҙәренән йылмайыу китмәһен өсөн барыһын  да эшләргә бурыслыбыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика