«Афарин!» 09.02.2015

Был маҡтаулы исем Өфөнөң мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә яңы ғына асылған театр студияһына бирелгән. Дәрестәрҙе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев алып бара.

Ҡапма-ҡаршы тороп ҡар бәрешеү - дәрестең тәүге күнегеүҙәренең береһе. «Афарин» театр студияһында шөғөлләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡушылған һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырыша. Күҙ алдына килтереп арҡан тартышыумы, йә ҡарамайынса ғына артта торған кешенең йөҙөн, кейемен һүрәтләүме - быларҙың барыһы ла балаларҙың иғтибарын арттырыуға булышлыҡ итә икән.
Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр - дүшәмбе һәм кесе йома көндәре үтә. Өс сәғәт  эсендә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре актерлыҡ оҫталығына өйрәнә. Шуныһы мөһим: театр студияһында сәләмәт балалар ҙа шөғөлләнә ала. 6 йәшлек Наҙгөл әсәһе менән икенсе аҙна йөрөй, ул да әкиәттә ҡатнашыу теләге менән яна.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында һәләтлеләр күп. Уларҙың сығыштарын «Таланттар балҡышы» республика конкурсында йыш  күрергә була. Мәртәбәле бәйгелә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева етәкселегендә шөғөлләнгән бейеүсе ҡыҙҙар-малайҙар ҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән.  Әйткәндәй, балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә был түңәрәк дүрт йыл элек ойошторолғайны.
Реабилитация үҙәгендә балалар көндөҙ дауалау курстарын үтһә, төштән һуң төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, күңелле ял итә.
«Афарин» театр студияһын ойоштороуҙың маҡсаты ла изге. Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ниндәйҙер һөнәргә өйрәтеү түгел, ә уларҙың эске кисерештәрен, борсоған проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләү. Бында шөғөлләнеүселәр әлегә «Бүре һәм ете кәзә» әкиәтен өйрәнә, шулай уҡ 8 мартҡа ла әҙерлек дәррәү бара.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика