Һабантуй Силәбе ерендә. Милли байрам быйыл да Троицк ҡалаһы янында үтте 13.07.2017

Башҡортостандың рәсми делегацияһын Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкләне. Республика исеменән милли байрамда Учалы районы вәкилдәре тирмә ҡорҙо. Төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе өлкә губернаторы Борис Дубровский сәләмләне.

Ул Учалы районы тирмәһендә лә туҡталды. Борис Дубровкийҙы яҡташтарыбыҙ ҡымыҙ һәм буҙа менән һыйланы.  Сәхнә оҫталары Башҡортостандан рухи сәләм еткерҙе. Төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ туған моңдарға ҡушылып йырланы, бейене, күңел асты. Силәбе өлкәһендә 160 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Һабантуй уларҙың рухи-мәҙәни ихтияждарын ҡәнәғәтләндереү буйынса иң күләмле сараларҙың береһенә әйләнеп бара. Милли байрам ойошторолған майҙанда Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары, Златоуст, Троицк ҡалалары тирмәләре ҡуйылды. Бәйгегә төбәктең иң етеҙ аттары сыҡты, келәмдә бил бирмәҫ батырҙар алышты.
Һабантуйҙа быйыл да да 6-сы Бөтә Рәсәй Рәсүлев уҡыуҙары фәнн-ғәмәли конференцияһы ҡунаҡтары ла ҡатнашты. Дөйөм алғанда Һабантуйҙа быйыл 30 мең самаһы кеше булып китте, тип билдәләне ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика