Һабантуйҙа ямғыр яуыуы - мул уңышҡа, ти иглиндар 04.07.2015

Һауа торошоноң бөгөн үҙгәреүсән булыуы ауыл уңғандарының байрам кәйефен бер ҙә генә төшөрмәне. Һабантуй йылдағыса гөрләп үтте! Сағыу тирмәләр, милли уйындар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе - Иглин районы халҡы өсөн бай мәҙәни программа ойошторҙо.

Иглин районында ҡошсолоҡ тармағы үҫеш алған. Йүнселдәр күркә, ҡаҙ үрсетеп һатыуға сығара. Шулай уҡ ауыл уңғандары араһында фазандар менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар.  Бик килемле кәсеп икән. Шәхси эшҡыуарҙар был ҡоштарҙы күпләп тота.
Рәмил Кәримов, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүсе: «Яҡынса ике меңгә еткерәбеҙ, хужалыҡҡа 500  ҡалдырабыҙ ҙа һатабыҙ. Мәскәүҙән күп алалар».
Район һабантуйына килеүселәр тауис ҡоштары менән дә һоҡланды. Уларҙың ҡаурыйы бәхет килтерә, тиҙәр. Ә бал сәләмәтлек өсөн файҙалы. Урындағы умартасылар ҙа байрам сиктәрендә ойошторолған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашты.
Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты: «Бында бик матур тәбиғи шарттар. Шул уҡ һуған үҫтереүгә, шул уҡ мал-тыуар аҫрауға, шул уҡ ҡортсолоҡто, умартасылыҡты үҫтереүгә иғтибар ҙур. халыҡ бер көн дә эшһеҙ тормай. Тырыша».
Һабантуй байрамында ғәҙәттәгесә,  ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде Фермерҙар фекеренсә, быйылғы һауа торошо мул уңыш вәғәҙәләй.
Альберт Мостафин, фермер хужалығы етәксеһе: «Эшселәрҙең дә кәйефе бар. Уңыш күҙгә күренеп үҫә башлағас, эшләргә теләк бар. Бөгөн 2016 йылдың ужымына ер әҙерләйбеҙ. Эш хаҡы яҡшы, барыһы ла тырыша. Һабантуйҙа минең тракторсыларым да бүләкләнде. Был минең өсөн ҙур шатлыҡ  район күләмендә».
Һабантуйҙың йәме, әлбиттә, ат сабышында. Был тамашаны халыҡ тын да алмай күҙәтте. Һәр кем үҙенең ауылынан килгән юртаҡтарҙы ҡеүәтләне. Кескәйҙәр ҙә ҡыҙыу ярышты иғтибар менән күҙәтте. Һуңынан үҙҙәре лә  һыбай менде.
Әхмәт Исламғолов, һабантуй ҡунағы /Ырымбур өлкәһе/:«Минең ейәнем ат ярата. Ат сабышын күреп, мине атҡа ултырт, һыбай йөрөт, тип әйтте. Бик яҡшы һабантуй».
Балалар бүрәнәгә  менергә бер ҙә ҡурҡманы. Һабантуйҙа ойошторолған уйындарҙың уртаһында ҡайнаны. Иң етеҙҙәр бағанаға үрмәләһә, икенселәр тоҡ менән һуғышып таһыллығын һынаны. Ә инде бер аҙ үҫкәс, бәлки, көрәш майҙанына ла сығырҙар. Районда милли спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Улар үҫеп килгән быуынды ла сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика