Аҙнала интернет йәмғиәтте хафаға һалған тағы бер яңылыҡ, Алексей Кузнецовтың иң билдәле эштәренең береһе «Салауаттан һорау алыу» картинаһы һатыуға сығарылыуы 22.01.2017

Аукционда ла түгел бит әле, ә интернет сәхифәләрендә. Рәсемдең хаҡы 225 мең һумға баһаланыуы ҡайһы берәүҙәрҙә саҡ ҡына ла икеләнеү ҡалдырманы. Төп нөсхә...Тик был өлкәлә әҙ генә булһа ла хәбәрҙар булыусылар  тыныс ҡалды. Күсермә... Дөрөҫ, күсермә. Ләкин тотошлайы менән түгел. Юҡһа уның хаҡы бөтөнләй  түбән булыр ине. Нимә һуң ул сағында был картина? «Салауаттан һорау алыу» өсөн музей хеҙмәткәрҙәре яуап тотто.

Башҡорт һынлы сәнғәтендә киң билдәле «Салауаттан һорау алыу» картинаһы. Күренекле ижадсы Алексей Кузнецовтың эше. Рус рәссамы башҡорт донъяһы, тарихы, халҡыбыҙҙың булмышы менән ҡыҙыҡһынған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһының Бөрйән районына арналған әҫәрҙәре лә байтаҡ. Шулай ҙа уның төп эштәренең береһе «Салауаттан һорау алыу» картинаһы. Тап ошо әҫәрҙең аукционға ҡуйылыуы киң йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Халыҡ  ғәйеплене эҙләп маташты. Яуап оҙаҡ көттөрмәне.  Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейы рәссам Кузнецов тарафынан яҙылған «Салауаттан һорау алыу» картинаһына бәйле сетерекле хәлде инҡар итте. Баҡһаң,  һатыуға эштең  төп нөсхәһе түгел, ә  күсермәһе ҡуйылған икән.
Валентина Сорокина, М.Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музей фонды һаҡлаусыһы: «Был автор күсермәһе, закон яғынан ул тыйылмай. Тик картина ҡабатлап эшләнгән хәлдә, ул төп нөсхәһе үлсәмдәренә тура килергә тейеш түгел. Әле лә хәтеремдә, «Офицерҙар йорто»на беҙ 70-се йылдарҙа киноға йөрөй торғайныҡ. Тамашасыларҙы Кузнецовтың картинаһы ҡаршы алды. Артабан, был картинаның ҡайҙа булғанын белмәйем. «Салауаттан һорау алыу»ҙың тағы бер автор күсермәһе барлығы билдәле, ул әлеге ваҡытта Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана».
Интернетҡа һалынған картина автор ҡабатлауы һанала. Асыҡланыуса, ул ҡасандыр Өфөнөң «Офицерҙар йорто»нда торған күсермәһе республика заказы буйынса эшләнелгән. Һуңынан Яҙыусылар союзына тапшырылған. Артабан картина ғәмәлдән сыҡҡан тип һаналып, шәхси ҡулдарға күсеп һатыуға ҡуйылған. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Кузнецовтың "Салауаттан һорау алыу" картинаһының музейҙа этюд, эскиздары ла һаҡлана. Йәғни, әлеге төп әҫәргә тиклем яҙылған һүрәттәр. Ә был ни өсөн эшләнелгән һуң?
Билдәле рәссам Йәлил Сөләймәнов әйтеүенсә, ҡыл ҡәләм оҫталары уйҙа йөрөткән һүрәтте айырым картина итеп төшөрөр алдынан  эште тәүҙә ҡағыҙҙан башлай. Форматы алдан билдәләнмәй. Илһам килгән һайын, автор уны тулыландырып ҙур картинаға әйләндерә бара. Шул уҡ Кузнецовтың да халыҡ геройына арналған эше айырым-айырым өлөштәрҙән барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, автор күсермәләр ҙә эшләгән.
Әйткәндәй, Кузнецовтың картинаһынан тыш, интернетта Әхмәт Лотфуллин, Рәшит Нурмөхәмәтов, Борис Домашников кеүек билдәле рәссамдарҙың эштәре лә һатыуға сығарылғайны. Уларҙың миллион һумға тәҡдим ителеүе билдәле. Шуныһы ҡыҙыҡ, интернетта улар төп нөсхә кеүек тәҡдим ителә. Белгестәр классик картиналарға хаҡты еңел генә билдәләп булмай тигән фекерҙә.  
Ирина Оськина, художество ҡиммәттәр буйынса белгес: «Әгәр рәссамдар  картиналарын һатыуға үҙҙәре ҡуя икән, хаҡын үҙҙәре билдәләй, быға белгес кәрәкмәй. Шулай уҡ рәссамдың туғандары, коллекционерҙар ҙа  хаҡты үҙҙәре ҡуя ала. Ғөмүмән, картиналарҙың күсермәһе, төп нөсхәһе тип хаҡ айырым билдәләнмәй. Был баҙар... Һорау бар икән, хаҡы ла юғары буласаҡ».
Ә инде музейҙарҙа һаҡланған ижади эштәрҙең хаҡы юҡ һәм булмаясаҡ, ти белгестәр. Сөнки улар дәүләт тарафынан һаҡлана. Әгәр төп нөсхәләр ҡурсыу аҫтында икән, ә автор, йә башҡа рәссамдар күсермә эшләп һата икән - был тыйылмай. Сөнки картиналарҙы таратыу, һатып алыу беҙҙең башҡорт рәссамдарының баһаһын ғына арттыра. Кем белә, бәлки, киләсәктә улар донъя кимәлендә танылып, миллиондарса долларҙар менән баһаланыр?!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика