Аҙна яңылыҡтары. Әллә үҙебеҙҙең һикһәненсе йылдарҙа туҡтап ҡалған эстрада артистарынан ялҡыпмы, әллә ауылдарҙағы көндәлек мәшәҡәттәр, күңелһеҙ тормоштан ваз кисепме,  халыҡ үҙешмәкәрлекте киренән тергеҙә башланы 05.03.2017

Тренд хәҙер һәүәҫкәр артистар. Ауыл кулубтары ла икенсе һулыш алды. Күп кенә мәҙәниәт усаҡтарында урындағы  халыҡ ҡатнашлығындағы концерттар, спектаклдәр ойошторола башланы.  Һәм әйтергә кәрәк үҙешмәкәр артистар тамашаһы күпкә йәнлерәк үтә. Ә бит бындай  сығыштар төрлөлөгө менән дә ҡыҙыҡлы. Унда йыр-бейеүҙән тыш, скетч, көләмәстәр, шиғыр һөйләүҙәр һәм башҡа ижад өлгөләре күрһәтелә.

Халыҡ һыуһаған бындай күренешкә. Әлбиттә, коллективтарҙы ойоштороусынан да күп нимә тора. Һәр бер йортта телевизор, компьютер башҡа гаджеттар булған заманда кешене, бигерәк тә йәштәрҙе  клубҡа йәлеп итеү ҙур ныҡшымалыҡ талап итәлер. Ә инде күрше ауылға концерт ҡуйырға алып барыу бөтөнләй геройлыҡҡа тиңдер. Шулай ҙа йышайҙы үҙешмәкәрн артистарҙың элеккесә күрше ауылдарға, райондарға йөрөүе.
Ҡумыҙ, мандолина, баян, гармун, ҡурай, ҡалаҡтар һәм башҡа халыҡ музыка ҡоралдарынан торған һәүәҫкәр оркестр. Профессиональ түгел, әммә тап шул халыҡсанлығы, үҙенсәлекле яңғырашы менән күңелде әсир итә лә инде ауыл ансамблдәре. Белорет районы Үткәл ауылының үҙешмәкәр артистары төбәк ауылдарының ғына түгел, күрше район халҡынының да күңелен яулай. Ансамбль ағзаларының береһенең дә махсус музыка белеме юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, улар профессиональ артистарҙан бер ҙә ҡалышмай.
Тап халыҡ ижады онотолмаһын өсөн, мәҙәнилекте һаҡлау маҡсатында башҡарылған эш тә инде. Ул ғына түгел, урындағы халыҡтың үҙенә генә хас  йыр-бейеүҙәре булыуы ҡыуандыра. Милли эсемлек - буҙа ҠОЙОУҘЫ әле бер генә төбәк тә бейеүгә һалмаған. Үҙенә күрә эксклюзив бейеү менән тиҙҙән үткәлдәр яҡын аралағы ауылдарға, күрше райондарға ла гастроль менән сығасаҡ. Совет осоронда киң таралған, әммә хәҙер онотола барған  традиция Урал аръяғы төбәктәрендә яҡшы һаҡланған.
Әбйәлил районы Иҙел башы артистарының йыш йөрөшкән күршеләре. Ҡунаҡ ашы-ҡара  ҡаршы, тигәндәй Әбйәлилдәр ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Был юлы Ишкилде, йә иһә халыҡ телендә әйтелгән Көрәк ауылы халҡы Үтәгәнгә концерт менән барҙы. Йыр-бейеүҙәр күптәргә танһыҡ, ШУҒА ЛА, халыҡ ағылып тигәндәй килгән.
Әлбиттә, ауыл халҡын бер кем дә мәжбүр итеп, ниндәйҙер сара ойошторорға саҡырмай. Бары тик үҙҙәре, күңел ҡушыуы буйынса  ижади тормош менән йәшәй. Ҡала артистарының ҡасан гастроль менән килеүҙәрен дә улар көтөп ятмай.
Белорет районының Сосновка ауылы ағинәйҙәре башҡорт халыҡ ижадының мөнәжәт жанрын үҙләштерә. Йәмәғәт ойошмаһы бынан өс йыл элек барлыҡҡа килә. Шуға ҡарамаҫтан, улар төбәктә генә түгел, Урал аръяғында ойошторолған бәйгеләрҙә билдәлелек яулап та өлгөрә. Ә ҡасандыр, был хаҡта уйлау ҙа булмаған.  
«Берҙәм Рәсәй» ҙәрҙең партия проекты ла был йоланы йәнләндерәсәк. Күптән түгел генә барлыҡҡа килгән башланғыс сиктәрендә ауыл клубтарын төҙөкләндереүгә, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары һатып алыуға  46 миллион һум бүленәсәк.
Тәүге исемлеккә 34 райондың ауыл клубтары эләккән. Ярҙам клубтарҙа ремонт уҙғарыу, матди-техник базаһын нығытыу һәм башҡа ҡорамалдар алыу өсөн тотонолоуға йүнәтелтелә. Урындағы халыҡҡа тағы ла ныҡлы ойошоп, мәҙәниәтте артабан да үҫтереүгә ныҡлы урын, дәртләндереү сараһы бар тип аңларға кәрәк. Тимәк, республика мәҙәниәт учреждениелары тиҙҙән яңы һулыш аласаҡ тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика