Аҙна яңылыҡтары. Илдәге финанс ауырлыҡтар корпоративтарҙы элеккесә миллиондарса һум түгеп, иң бай ресторандарҙа, артистар саҡырып үткәреүгә сик ҡуйҙы

Аҙна яңылыҡтары. Илдәге финанс ауырлыҡтар  корпоративтарҙы элеккесә миллиондарса һум түгеп, иң бай ресторандарҙа, артистар саҡырып үткәреүгә сик ҡуйҙы 25.12.2016

Шулай ҙа ниндәй генә финанс көрсөк булмаһын, Рәсәй халҡы яңы йыл байрамынан бөтөнләй баш тартасаҡ түгел. Әмәленә табып  оло байрам кесе туй үткәреп ташлай.  Башҡортостанда корпоративтар нисек үтә? Иҡтисади ауырлыҡтар үҙ төҙәтмәләрен индерҙеме?

Декабрь аҙағы етһә, хеҙмәт урынында эш күләме ҡапыл артып китә. Айлыҡ отчеттарҙан тыш, төрлө ойошма-предприятиелар йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Бынан тыш, компания етәкселеге корпоратив ойоштороу мәсьәләһен дә үҙ өҫтөнә ала. Мәҫәлән, Өфөләге күсемһеҙ милек агентлығы хеҙмәткәрҙәре зауыҡлы клубта күңел асырға уйлай. "Коллективты берләштерер сараларҙан баш тартырға ярамай,"-ти ойошма директоры Азат Мәһәҙиев.
Шулай ҙа өҫтәл артында эш тураһында ғына һөйләшеүҙәр корпоративтың маҡсаты түгел. Байрамда бит күңел асалар.
Быйыл хеҙмәткәрҙәрҙе әтәс булып та, тауыҡ булып та бейетәләр. Тик аҡса яғы ғына наҡыҫ. Ни тиһәң дә, клуб-кафела бер нисә сәғәт ултырыу өсөн кеше башына ике-өс мең һум алдан түләргә кәрәк. Тағы ла ҡиммәтерәк булыуы ла ихтимал. Илдә иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ заказдар һанына ла ныҡлы тәьҫир итә. Туҡланыу өлкәһендә клиенттар өсөн конкуренция көсәйгән. Әйтәйек, билдәле ресторандарҙың береһе эш көндәрендә үткәрелгән корпоративтарға көрсөккә ҡаршы меню төҙөгән.
Ольга Колпакова, ресторан администраторы: «Эш хаҡы ул тиклем артмаһа ла, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ауыҙлыҡһыҙ. Кешеләр ҡайҙа арзаныраҡ, шунда ылыға. Яңы төҙөлгән менюға ярашлы, бер кешегә 500 һум түләп тә, корпоратив үткәрергә мөмкин. Унда закускаларҙан тыш, ашы, салаты ла була. Тик был акция эш көндәрендә генә үҙ көсөнә эйә».
Быға ҡушып, ресторан етәкселеге алып барыусы өсөн дә үҙе түләй. Шулай ҙа башҡа ойошмалар халыҡты ҡабул итеү менән генә сикләнә. Шоумен Шәһит Хамматов әйтеүенсә, халыҡта корпоративтарға ҡараш йылдам үҙгәрә. Кешеләр арзан да, шул уҡ ваҡытта онотолмаҫлыҡ итеп күңел асырға ынтыла. Әйтәйек, күптәр байрамда йыл хужаһы әтәсте күрергә теләй.
Тамада, байрам ойоштороусылар менән көндөҙ күрешеп булһа ла, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың эш графигы үтә лә тығыҙ. Яңы йыл хужаһы иртә таңдан балаларға мөғжизә бүләк итһә, кискеһен корпоративтарҙа шыршыға ут ҡабыҙа. Илсур Тайсин да - ҙур һорау менән файҙаланылған башҡорт Ҡыш бабайы. Сөнки ул ҡурайҙа ла бейетә, пародиялары менән дә көлдөрә.  
Шул уҡ ваҡытта кеҫәңдә ике йөҙ һум ғына аҡсаң булһа ла, күңелле ял итергә мөмкин. Өфө компанияларының береһе икенсе йыл рәттән корпоративты тәбиғәт ҡосағында тирмә ҡороп үткәрә. Берҙәм коллектив сәләмәт тормош өсөн. Етмәһә, саф һауала ял итергә ғаиләңде лә алып килергә була.
Табынһыҙ корпоративтарҙың абруйы йылдам арта. Берәүҙәр  парашюттан һикереп, эштә йыл дауамында йыйылған көсөргәнеште  алып ташлаһа, икенселәр бергәләп  пейнт-бол, боулинг уйнап та  күңел аса.
Яңы йыл корпоративы ҡайҙа ғына уҙғарылмаһын, ойошма хеҙмәткәрҙәре әҙәп хаҡында онотмаһын ине. Сатлама һыуыҡ көндә йылынырға теләп, алкоголде  самаһыҙ ҡулланыу коллегалар алдында оятҡа ҡалдырыуы бар. Байрамдарҙа йыш күҙәтелгән билдән аҫта юморҙы ла предприятие етәксеһе ыңғай ҡабул итмәүе ихтимал. Шуға тәртип хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Яңыраҡ Өфөләге мебель фабрикаһында эшләүселәр таксистар менән нәҡ әлеге лә баяғы корпоративтан һуң һуғыша. Иртәгәһенә эшкә күҙ-бащың күгәреп барғансы, яҡшы кәйефтә ишек асып инеүең күпкә яҡшыраҡ та инде

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика