Аҙна яңылыҡтары. Үҙенә 25 кенә, ә тотош бер быуынды тәрбиәләй

Аҙна яңылыҡтары. Үҙенә 25 кенә, ә тотош бер быуынды тәрбиәләй 05.03.2017

«Тамыр» балалар телеканалы сирек быуат юбилейын билдәләне. Хәйер, әле ул телеканал ғына түгел, милли элита, үткер йәштәр, рухлы киләсәк тәрбиәләүсе лә.  Бында балаларҙы, телевизорҙан сығыш яһамаһа ла, башҡорт рухы, илһөйәрлек, лидерҙар сифаты хөкөм һөргән мөхиттә тәрбиәләү өсөн, былай ғына йөрөтөргә лә кәңәш итер инем. Сөнки башҡа бер генә ерҙә лә был тиклем булдыҡлы, үткер, ныҡышмалы сабыйҙар һәм оло ағай -апайҙар тупланмаған. Ә  тамыры ныҡтың -емеше татлы булыуы барыһына билдәле.  

Лилиә Дауытова башҡарған был йыр 90-сы йылдарҙа балалар араһында Хит булып китте, тиһәң дә хата булмаҫ. Бесәйен ҡосаҡлап, йырлап-бейегән ҡыҙ камера алдында үҙен ҡыйыу, ышаныслы тота. Ете-һигеҙ йәшендә «Тамыр»ға килеп эләккән Лилиә, бөгөн үҙенең балалары менән бергә эшләй. Тимәк, ғаилә династияһы дауам итә.
Айгөл Иҙрисова, Зөлхизә Илбәкова, Лиана Хәбибуллина, Искәндәр Урманцев, Сыңғыҙ Ханнанов, Гөлнур һәм Ильяс Ҡарабулатовтар һәм башҡа кескәй йондоҙҙар бөгөн дә халыҡҡа яҡшы таныш. Йәш эстрада йондоҙо Сабина Кучаеваны хәҙерге йәштәр тап «Тамыр»ҙың «Сулпылар» тапшырыуы аша белә лә инде.
«Тамыр» теүәл 25 йыл элек көн һайын балаларҙы йоҡларға һалыусы «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән эфирға сыға башлай. Бөгөн телеканал кескәйҙәр өсөн  башҡорт һәм  рус телдәрендә бихисап тапшырыу әҙерләп сығара. Ижади коллектив Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, гел генә еңеү яулай. Әйткәндәй, бронза Орфейҙы ла республикала тәүгеләрҙән булып «Тамыр»ҙар яуланы. Уңыштың сере ябай, балаларҙы яратырға. Улар менән бергә эшләү теләгенең ҙур булыуы мөһим, - ти телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина.
«Тамыр»ҙа тәрбиәләнгән балаларҙың бөгөн дә үҙ-ара дуҫлашып, бер-береһе менән бәйләнештәрҙе өҙмәй аралашып тороуҙары «Тамыр»ҙың тамырланыуына асыҡ миҫал. Мәскәүҙә эшләп йөрөүсе «Сәңгелдәк»тең тәүге алып барыусылары, апай-ағайҙарының кәңәштәрен һәр ваҡыт иҫендә тота.  Сирек быуатын тултырған «Тамыр» балалар ҡаласығын хәтерләтә. Студия ҡыҙҙар-малайҙар өсөн өр-яңы конкурстар ойоштороп, уларҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итеү, һәләттәрен үҫтереү, киләсәктең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләү маҡсатында эшләүен дауам итә. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта эфирға яңы проект әҙерләнә. Шуларҙың береһе «Һыбай» тип атала. Тағы ла «Тамыр»ҙар «Бирешмә» тигән яңы сериал да төшөрә башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика