Аҙна яңылыҡтары. Ҡайһы саҡта һатыуға сығарылған ҡурсаҡтарҙы күреп  ҡотоң осорлоҡ 16.10.2016

Ҡурсаҡмы был, әллә ҡарасҡымы, тип уйлап ҡуяһың. Ә бит алалар. Сөнки был ҡурсаҡтар йәнһүрәттәр ярҙамында балаларҙың күңеленә үтеп инерлек итеп рекламалана. Ниндәй генә юғары хаҡ булмаһын ата-әсәй ер тырнап илаған сабыйына уны алырға мәжбүр була. Ҡурсаҡты ғына түгел, уның иптәшен дә, кейем-һалымын да, йортон, машинаһын да. Был мәҫәлән, һуңғы арала балаларҙың яратҡан йәнһүрәт геройҙары-монстер хай ҡурсаҡтары. Уларҙы күргән балала әсәлек инстинкты түгел, ә убырлы әбей сифаттары уянасаҡ. Күрһәң төшкә инерлек.  

Хәйер, киләсәктә сит ил ҡурсаҡтарын һатыу тыйылыуы ихтимал. Рәсәйҙең уйынсыҡтар етештереү һәм һатыу ассоциацияһы ситтән индерелгән ҡурсаҡтарҙы тәрбиәүи һәм психологик экспертиза үткәреүҙе тәҡдим итә. Улар фекеренсә,  Барби, Кен, винкстар һәм монстер хайҙар  илдәге дини, әхлаҡи  һәм милли ҡараштарға тап килмәй. Балаларға тәрбиәләүҙә ҡурсаҡтар ниндәй роль уйнай. Сабыйҙарға ниндәй уйынсыҡтар кәңәш ителә?
Саманан тыш ҙур баш, килбәтһеҙ кәүҙә, бейек үксәле туфлиҙар - был барыһы ла һуңғы арала балаларҙың яратып уйнаған ҡурсаҡтары. Ҡайһы бер етештереүселәр хатта, уларҙың оят ерҙәрен дә күрһәтергә тартынмай. Был ҡурсаҡтар йәнһүрәт ярҙамында сабыйҙар күңеленә үтеп инә. Һөҙөмтәлә, уларҙа - йәнһүрәттә бар, ни өсөн мин дә юҡ, тигән фекер тыуа. Етмәһә, йәнһүрәт геройҙары ҡурҡыныс тарихлы.
Шулай ҙа бәләкәйҙән балаларына матур, тәрбиәүи йәнһүрәттәр күрһәткән ғаиләләр бар, тик улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ишеғоловтар ике балаһын саф башҡорт теленә өйрәтеп, уйынсыҡтарҙы һайлауға ла етди ҡарай.
Ҡурсаҡтар уларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, тәрбиәүи яҡтан мөһим роль уйнай, ти белгестәр. Шуға ла уйынсыҡтарҙы һайлағанда сағыулығына, матурлығына иғтибар итеү әҙ. Иң мөһиме  баланың психикаһына нисек тәьҫир итеүен иҫәпкә алырға кәрәк.
Балалар ҡурсаҡтарҙы тере йән итеп ҡабул итә, уның аша донъяға баға, уйынсығына бөтә иғтибарын бүлә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлай. Шуға ла ижади коллектив хатта, кире геройҙарҙы ла яҡшыраҡ итеп күрһәтергә тырыша.
Рәсәйҙең уйынсыҡтар етештереү һәм һатыу ассоциацияһы фекеренсә,  Барби,  винкстар һәм монстер хайҙар илдәге дини, әхлаҡи  һәм милли ҡараштарға тап килмәй. Уны ҡараған балалар сит ил йәнһүрәттәренән һуң бөтөнләй үҙгәрә.Телевизор алдына ултыртып беҙ баланың киләсәген, тәрбиәһен кемгәлер тапшырабыҙ килеп сыға. Үҙебеҙҙә лә матур ҡурсаҡтар эшләүселәр, уларға милли йөҙ-ҡиәфәт биреүселәр юҡ түгел.
«Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы, яҙыусы  Мәрйәм Бураҡаева ла атай-әсәйҙәргә балаларына ҡурсаҡ  һайлағанда иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Милли кейемдәге был ҡурсаҡтар ябай уйынсыҡ ҡына түгел, ә өй биҙәге лә. Балаларҙы рухи яҡтан байыта. Үҙен башҡорт тип һанаған кешенең йортонда бындай ҡурсаҡтың булыуы мотлаҡтыр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика