Ағинәйҙәр ҡоро 27.08.2016

Ил-йорт, милләт ғәме менән йәшәгән, ауылдарыбыҙҙын йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙар, республика хәстәрен индәренә йөкмәгән баш ҡала ҡунаҡтары Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында йыйылды.

Республикала дүртенсе йыл рәттән уҙған ағинәйҙәр ҡоро ун алты райондан өс йөҙләп гүзәл затты тупланы.Сара күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу,  төбәктән килгән делегаттарға һүҙ биреүҙән башланды. Хәйбулла районының Тәүәкән ауылы ағинәйҙәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ағинәйлек,тәрбиәсе булыу-йәшәү рәүеше тигән фекерҙә.
Ил президенты Владимир Путин үҙенен бер сығышында йәмәғәтселек институттарын тергеҙергә, йәмғиәтте тәрбиәләүҙә уларға таянырға кәрәк тип билдәләп үткәйне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынын «Ағинәй»  йәмәғәт ойошмаһы тап ошо һүҙҙәрҙән һуң дәртләнеп  эшләй башлаған.
Сираттағы ҡор айырыуса үҙенсәлекле булды. Йыйынға килеүсе ағинәйҙәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар, көнүҙәк мәсьәләләр менән уртаға һалып һөйләште. Улар менән туранан-тура Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Зариф Байғусҡаровҡа мөрәжәғәт итте.
Ағинәйҙәр ил, республика, милләт, йәш быуын алдындағы бурыстарҙы, йәмғиәтте борсоған һорауҙарға яуап эҙләне, киләсәккә пландар билдәләне. Сәхнә оҫталары йыр-мондары менән һөйөндөрҙө.
Тормош тәжрибәһе туплаған, зирәк, мөләйем ағинәйҙәр-илден йәме һәм ҡото. Уларҙын һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып йәшәйек!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика