Ағинәйҙәр хәрәкәте райондың йәмәғәт тормошона яңы һулыш өрә

Ағинәйҙәр хәрәкәте райондың йәмәғәт тормошона яңы һулыш өрә 20.05.2017

Уларҙың  үҙ иңдәренә алған бурыс-вазифалары   бер ҡайҙа ла ҡануниәт менән нығытылмаған, эш намыҫ, выждан ҡушыуы буйынса атҡарыла. Хәйбулла ағинәйҙәр ҡоро  Федоровка  ауыл биләмәһе менән берлектә ойошма ағзалары өсөн тәбиғәт ҡосағында ял ойошторҙо.

Ямғыр яумаһа теләккә сығыу һыналған йола. Бигерәк тә балаларҙың теләге ҡабул була тип иҫәпләнгән. Әммә һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ йыш күҙәтелһә лә, йолаһы юғала бара. Әбүбәкер ауылы ағинәйҙәренең маҡсаты - уны  тергеҙеү, йәш быуынға еткереү.
Йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү, һыу юлы башлау ҙа онотолорға тейеш түгел тип иҫәпләй оло быуын вәкилдәре. Улар фекеренсә, был йола һәр туйҙың биҙәге булырға тейеш. Байрамда Сәғит ауылы ағинәйҙәре белгәнен күҙәтеү үҙе бер тамашаға әйләнде.  
Сиҙәмдәр иһә көтөүсене тәбрикләне. Онотолған һәм һанаулы ғына тарафтарҙа һаҡланып ҡалған йолаларҙың береһен барыһы ла һоҡланып ҡараны. Борон ауыл халҡы мал ҡышлап сығып, тәүге тапҡыр ҡырға сыҡҡан ваҡытта көтөүсегә күстәнәс биргән. Был малдарҙың имен-аман  йәйләп, туҡ булып кәртәгә инеүен  теләүҙе аңлатҡан
Рухи ҡиммәттәр ҡаҡшай барған, иман менән әхлаҡһыҙлыҡ көрәшкән мәлдә халыҡ йолалары, ҡомартҡылары нигеҙендә балаларҙа  милли рух тәрбиәләү -төп маҡсаттарҙың береһе. Сөнки  тәрбиә нигеҙе ғаиләлә, ата-олатайҙар миҫалында һалына. Был ойоштороусылар ҡуйған төп маҡсат.
Һәр кем ата-бабаларыбыҙҙың телен, тарихын,  йолаларын яҡшы белергә, уларға хөрмәт менән ҡарарға тейеш. Был тәңгәлдә район ағинәйҙәре әүҙем эш алып бара. Яҡын арала улар төбәктә «Тере шишмә» һәм ауыл биләмәләре араһында эстафета формаһында ойоштороласаҡ «Тәбиғәт, фольклор, беҙ» исемле проекттарҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика