«Ағинәй һүҙе - аҡылдың үҙе» исеме аҫтында Хәйбулла районында район-ара ағинәйҙәр форумы үтте 09.12.2016

Ҡор эшен әүҙемләштереү, йәнләндереү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сараға Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр районы ағинәйҙәре йыйылды. Ҡунаҡтарҙы хәйбуллалар үҙҙәре  тергеҙгән боронғо кәсеп, йолалар менән таныштырҙы.

Ауыл брендына әйләнгән милли аш-һыуҙарҙан, ҡул эштәренән торған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторҙо. «Ағинәйҙәр ҡоро» әлеге ваҡытта төбәктең 45 ауылында уңышлы эшләп килә, ул бөтәһе биш йөҙләп кешене берләштерә. Башҡорт ауылдарындағы рухиәтте һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар төбәктә төрлө саралар ойоштора, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Ағинәйҙәрҙең сираттағы ҡоронда ла сәсәнлеккә, тапҡырлыҡҡа арнап бәйге ойошторолдо. Ейәнсура районынан Нурия Ҡунысбаева еңеүсе тип табылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика