Ағиҙелгә - 50

Ағиҙелгә - 50 26.09.2014

Боронғо халыҡ кәсептәрен тергеҙгән предприятие ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй.  Тарихи датаны ойошма  Республиканың милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә менән ҡаршы алды.

Йөндө иләргә, сағыу  төҫтәргә буярға, шунан һуң ғына балаҫ  һуға башларға мөмкин.  Был кәсеп ижади ҡараш та, оҫталыҡ та, таһыллыҡ та талап итә. Балаҫ өләсәй һандығындағы килеп сыҡһын өсөн башҡорт халҡының  тарихын, милли үҙенсәлектәрен дә белергә кәрәк. Ағиҙел предприятиеһы оҫталары  бер балаҫты  әҙерләүгә генә ике аҙна  тирәһе ваҡыт сарыфлай.   Шулай уҡ ағастан һауыт-һаба, сувенирҙар сығарыу ҙа еңел түгел, сөнки  барыһы ла ҡулдан эшләнә.
Зөһрә Исмәғилева, Ағиҙел халыҡ кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе: «Беҙ башҡорт халҡының  тарихын йәш быуынға тапшырыуҙан, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙан тыш,  республиканың данын  сит яҡтарға ла таратабыҙ. Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашабаҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ етештергән продукция көндәлек ҡулланыу әйберенә әйләнһен тип тырышабыҙ».
Күргәҙмәлә «Ағиҙел» предприятиеһын Мәҙәниәт министрлығы етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары тәбрикләне. Иң мөһиме сараға йәш быуындың килеүе, ти ҡунанҡтар. Сөнки бала саҡтан уҡ  халыҡтың  үткәнен белеү, боронғо көнкүреш әйберҙәре менән танышыу бик мөһим.  Китап аша уҡыу бер, ә ҡулда отоп ҡарау иһә бөтөнләй  башҡа тәьҫораттар уята.
Күргәҙмәлә предприятиела  етештерелгән боронғо көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, милли кейемдәр,  картиналар  ҡуйылған. Белгестәр әйтеүенсә,  республикала халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе  үҙәк бар икән, уны үҫтергә һәм яҡларға кәрәк, сөнки бындай шөғөлдөң артыҡ табыш килтермәүе билдәле. Закондар системаһын камиллаштырыу, махсус программалар талап ителә. Эште иң тәүҙә  халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән белгестәр  әҙерләүҙән башларға  кәрәк. Сөнки бөгөн  предприятиела сығарған әйберҙәрҙә милли  үҙенсәлектәр   юғала бара.
Ағиҙел предприятиеһының әйберҙәре донъяның төрлө ҡитғаларына оҙатыла. Республикаға килгән абруйлы ҡунаҡтарға башҡорт милли кейемдәре бүләк ителһә, тирмәләр  һәр байрамдың күрке.  
Ағиҙел предприятиеһы милли стилдәге кейемдәр тегеүҙән, һауыт-һаба, сувенирҙар эшләүҙән тыш, ошондай тирмәләр ҙә әҙерләй. Улар боронғоса итеп ҡаҙаҡһыҙ ҡоролған. Хәҙер Өфө майҙандарын, һабантуйҙарҙы был тирмәләрҙән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика