«Аҡ батша илсеһе» 07.03.2015

Күренекле фән эшмәкәре Әхтәр Ғайсин авторлығында донъя күргән китап шулай атала. Күптән түгел Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында баҫманың исем туйы ла үтте. Йыйынтыҡта фән докторы Петр беренсенең көньяҡ-көнсығыш сәйәсәте һәм уның вариҫтары хаҡында һүҙ йөрөтә.

Ул архив документтарға таянып, һәр күренеште математик күҙлектән дә сығып баһалай. Төрлө һүрәт, карта һәм фотолар менән дә байытылған. Эҙләнеүҙәрен Әхмәр Ғайсин китаптың исем туйында слайд аша таныштырҙы. Автор яһаған һығымталар бик әһәмиәтле һәм төплө, ғилми йәһәттән һис бер кемдә шик тыуҙырмаҫ. Рус телендә нәшер ителгән китаптың башҡортсаға вариантын күреү теләгендә ҡалды әбйәлилдәр.
Әйткәндәй, күптән түгел авторҙың «Мәҡсүт Юнысов һәм уның тоҡомдары» тип исемләнгән йыйынтығы донъя күргәйне. Был баҫмала бөгөн Әбйәлил районының тамъян ырыуы башҡорттарының этник тарихы һәр төрлө сығанаҡҡа, беренсе сиратта әлеге көнгә тиклем һаҡланған шәжәрәләргә, архив документтар, ер-һыу атамалары, фольклор материалдарына таянып тикшерелгән эштәре урын алған. Унда Әбйәлилдең Ҡырҙас ауылына нигеҙ һалған Ноғай даруғаһы башҡорто, мулла Мәҡсүт Юнысовтың сауҙа һәм илселек эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәттәр, уның Бохараны гиҙгән башҡорт нәҫел-тоҡомоноң шәжәрәләре бирелгән.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика