Аҫалы балаҫ

Аҫалы балаҫ 28.03.2016

Төрлө район оҫталарының  ҡул эштәре өлгөләре бер экспозицияла. Әлшәй районы үҙәгендә уҙған балаҫ байрамында  тиҫтәнән ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Унда быуындан-быуынға күсеп килгән боронғо семәр өлгөләрен күрергә мөмкин ине.

Орнамент эшләгәндә яңылышырға ярамай. Юғиһә, кире һүтергә тура киләсәк. Гөлназ Усманова балаҫ һуғыуға әсәһенән өйрәнгән. Бынан тыш, мәктәптә махсус түңәрәккә лә йөрөй. Был шөғөл уларҙа быуындан-быуынға күсеп килә.
Фестивалдә Әлшәй районы оҫталарының ғына 40-тан ашыу балаҫы күргәҙмәгә ҡуйылды. Шулай уҡ бында республиканың башҡа район- ҡалаларынан да балаҫ һуғыусылар йыйылды. Нәжиә Әхмәтвәлиева һигеҙенсе тиҫтәһен тултырыуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ул республиканың иң оҫта балаҫ һуғыусыһы ла. Конкурсҡа ханым үҙ эштәрен килтергәйне. Бынан тыш, борондан һаҡланып ҡалған станогында эшләп тә күрһәтте. Балаҫтағы тамғаларҙың, ҡулланған төҫтәрҙең үҙ ырымдары ла бар.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың экспонаттарын жюри ағзалары баһаланы. Улар балаҫтарҙы төҫө, уны һуҡҡанда ҡулланылған материалдар буйынса билдәләне. Шулай ҙа быуындан-быуынға күсеп килгән һирәк тамғалыларына өҫтөнлөк бирелде.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Бынан тыш, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын һаҡлап килгән ағинәйҙәр төрлө номинациялар буйынса дипломдар менән дә бүләкләнде. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр йылдан- йыл арта. Бындай саралар балаҫтарҙы республика брендына әйләндерергә лә ярҙам итә, тип билдәләй ойоштороусылар

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика