85-се ижад миҙгелен ҡаршылаған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларға өр-яңы проект тәҡдим итә 10.10.2016

Яңы йылға тиклем  билдәле бер темаға арналған дүрт сара үтәсәк. Беренсеһе - ҡағыҙ тарихына арналды. Кескәйҙәр өсөн фойела тик ҡағыҙҙан эшләнгән ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар күргәҙмәһе урын алған.

Ҡыҙҙар-малайҙар ҡағыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихын тыңлап, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан тамашасылар өсөн театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, актерҙар ҡағыҙҙан эшләнгән ҡурсаҡтар менән тәрбиәүи спектакль ҡуйҙы. Тематик сараның өсөнсө өлөшөндә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Кескәйҙәр ҡағыҙҙан оригами ысулы менән ҡурсаҡтар, төрлө йәнлектәр эшләргә өйрәнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика