60 йылдан һуң да бергә! 05.07.2017

Өфөлә 5-се балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүселәре осрашты. Оло йәштәгеләрҙең бала сағы ауыр шарттарҙа, һуғыш йылдарынан һуңғы аслыҡта, яланғаслыҡта үтә. Әммә улар ҡатмарлы тормош юлын бергә һәм ышаныслы үтә.

Өлкәндәрҙе балалар йорто ғына түгел, белем усағы ла берләштерә. Баш ҡаланың 9-сы урта мәктәбендә уҡыйҙар, аҙаҡ ул 1-се һанлы мәктәп-интернат итеп үҙгәртелә. Бөгөн был гимназия лайыҡлы рәүештә Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
1957 йылда Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты тамамлаусылар биш йыл һайын осрашып тора. Төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең күбеһе оҙаҡ йылдар уҡытыусы, төҙөүсе, инженер һәм башҡа һөнәр эйәһе булып эшләп, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Балалар йорто, мәктәп йылдары фотоһүрәттәрен ҡарап, йәшәрәбеҙ,-ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика