29-сы декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залы асыу тантанаһы үтәсәк

29-сы декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залы асыу тантанаһы үтәсәк 23.12.2014

Мәғлүм булыуынса, бинала ике йылға яҡын ремонт эштәре барҙы. Илдә иң яҡшы академик залдарҙан иҫәпләнгән театр төҙөкләндерелгәндән һуң тағы ла йәмле һәм күркәм төҫ алған. Ҙур залдың асылыуы, ысынлап та, әһәмиәтле ваҡиға, сөнки ул хәҙер бөтә заманса талаптарға яуап бирә, тимәк, унда киләсәктә донъя йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерттар тағы ла күбәйәсәк. Әле тамашаға оло әҙерлек бара, концертта театрҙың бөтә коллективтары сығыш яһаясаҡ. Байрам кисәһендә донъя классикаһынан иң яҡшы әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика