28 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 97-се ижад миҙгелен аса

28 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 97-се ижад миҙгелен аса 22.09.2016

Яңы миҙгел премьераларға бай булмаҡсы. Был турала журналистар менән осрашыуҙа театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдерҙе. Әле театрҙа Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһы өҫтөндә репетициялар бара. Матбуғат конференцияһында сәхнә әҫәренән өҙөктәр күрһәтелде.

Спектаклдә ҡатнашасаҡ актерҙар үҙҙәре уйнаясаҡ ролдәр хаҡында һөйләне. Шулай уҡ журналистар Бүрәт Республикаһында уҙған «Алтын сэргэ» фестивалендә ике махсус премия яулаған «Хыялға ҡаршы» героик булмаған повесы менән дә ҡыҙыҡһынды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ижади сәфәр хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика