2018 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тула 01.07.2017

Әҙибәнең тыуған яғы Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында был ҙур датаға әҙерлек башланған да инде. Яҙыусының йорт-музейы яңы экспонаттар менән тулылана, йылы осрашыуҙар үтә. Быйыл иһә «Китап» нәшриәтенең Зәйнәб Биишева исемен йөрөтөүенә 10 йыл тула. Ошо уңайҙан Туйымбәттә иҫтәлекле сара ойошторолдо.

Быйыл Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен йөрөтөүгә ун йыл тула. Ошо айҡанлы байрам әҙибәнең тыуған төйәге - Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында уҙҙы. Яҙыусының йорт-музейында ойошторолған кисәгә «Китап» нәшриәтенең хеҙмәткәрҙәре, уның туғандары, ауылдаштары, яҡташтары йыйылды. Тантана әҙибәнең бюсына сәскә һалыуҙан башланды.
Ҡунаҡтар өсөн музей буйлап бай йөкмәткеле экскурсия ойошторолдо. Әҙибәнең ҡул йылыһын һаҡланған экспонаттарҙы, фотоһүрәттәрҙе сарала ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Осрашыуҙа яҙыусының ижадына, тормош юлына байҡау ҙа яһалды. Урындағы район гәзите менән «Китап» нәшриәте уҙғарған викторина еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды. Ә йорт-музей
ғаилә архивынан Зәйнәб Биишеваның оло улы химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминевтан  яңы ҡомартҡылар ҡабул итеп алды.  
Әҙибәнең ижадын һөйөүселәр йорт-музейҙа булыу бөйөк шәхестең талантын, булмышын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә тигән фекерҙә, йылы тәҫораттар менән таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика