15 йыл һәм 15 команда

15 йыл һәм 15 команда 21.03.2017

Өфөлә "Шаяниум" - тапҡырҙар һәм шаяндар уйыны үтте. Тормошто үҙенсә күргән, кинәйәле шаяртҡан балалар тамашасыны көлдөрҙө лә,  уйландырҙы ла. Экология йылына арнап уҙғарылған сара  "Ағас тамырына ҡарап үҫә" девизы аҫтында үтте.  

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Күптәре "Шаяниум"да тәүгә ҡатнаша. "Рәссамдар" командаһы исеменән үҙ гимназия-интернаты намыҫын яҡлаусылар, йылдың иң күләмле сараһына әҙерлекте бынан ике ай элек башлаған. Шуға ла улар финалда һынатмаҫына ышана. Ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ кимәлдә.
"Шаяниум" быйыл 15-се тапҡыр ойошторолдо. Сәхнәлә район этаптарынан финалға эләккән башҡорт гимназия һәм лицейҙары менән бер рәттән урыҫ мәктәптәренән 15 команда ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты саф башҡортса һөйләшеү.
Шаяртыуҙар төрлө ине. Сәйәсәттән спорт өлкәһенә тиклем төртмә, шул уҡ ваҡытта нескә юмор тантана итте. Балалар хатта, баш ҡаланың төп проблемаһы - ҡар мәсьәләһен дә урап үтмәне.
Ә инде "Шаяниум"дың быйылғы Гран-приһын Өфөнөң 102-се Башҡорт гимназияһының "Етегән плюс 1" командаһы яуланы. Йола буйынса "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ" һәм "Иң яҡшы ир-егет" роле номинациялары ла тапшырылды. Был юлы уға Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының "Һупайлы дәрүиштәре" командаһынан Аделина Ғәлиәкбәрова менән Өфөнөң 44-се мәктәбенең "Ҡырғаяҡтар" командаһынан Фирҙәүес Арыҫланов лайыҡ булды.
"Шаяниум" телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны телевизор ҡараусылар тиҙҙән республиканың төп телеканалы эфирында ла ҡарай аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика