14 дирижер бер сәхнәлә

14 дирижер бер сәхнәлә 24.10.2014

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 76-сы ижад миҙгелен асты.

«Дирижерҙар парады»ның гала-концертында Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, республиканың һәләтле дирижерҙары Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларынан саҡырылған ҡунаҡтар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны. Бындай сара баш ҡалала икенсе тапҡыр ойошторолдо. Был юлы ул рус йырҙарын башҡарыусы Людмила Зыкинаның юбилейына арналды. СССР-ҙың халыҡ артисына быйыл  85 йәш тулған булыр ине.  Концертта күренекле дирижерҙар Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән етәкселек итте. Һәр бер дирижерға үҙенсәлекле стиль хас, музыканттар һәр виртуоз менән уртаҡ телгә килеп уйнаны, классик көйҙәрҙе төрлө балҡыштарҙа яңғыратты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку