12-14 июндә Ейәнсура районында «Ҡош юлы» дүртенсе бард йыры асыҡ фестивале үтә 09.06.2015

Был юлы конкурс арабыҙҙан иртә киткән шағир Ғилман Ишкининдың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Фестивалдә 25 автор-башҡарыусы ҡатнаша, уларҙың 24-ен жюри ағзалары һайлап алһа, 25-се ҡатнашыусыны интернет аша тауыш биреп тамашасы үҙе билдәләгән.  «Ҡош юлы» һәүәҫкәр шағир, композитор, башҡарыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү һәм оҫталыҡтарын арттырыу, башҡорт бард хәрәкәтен киңерәк йәйелдереү кеүек маҡсаттар ҡуя. Фестивалдә 16 йәштән өлкән башҡарыусылар ҡатнаша ала. Конкурстың төп шарты булып гитарала уйнап йырлау тора. Еңеүселәр «Йыл йыры», «Тамашасы һөйөүе», «Йыл асышы», «Иң яҡшы социаль йыр», «Ғилман Ишкининдың шиғырына яҙылған иң яҡшы йыр» кеүек номинациялар буйынса баһалана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика