11 октябрҙә республика көнө

10.09.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа байрамға әҙерлек буйынса ултырыш уҙҙы.

Республиканың юбилей датаһында йыл эсендә уҙған төп саралар сағылыш табасаҡ. Улар исемлегендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, ШОС, БРИКС саммиттары һәм башҡалар. Байрам республиканың бар район -ҡалаларында ла ойошторола. Көйөргәзе районында шәжәрә байрамы, Баймаҡта ат байрамы, Ейәнсура һәм Мишкә райондарында флэшмоб уҙғарыу планлаштырыла. Республика көнөндә баш ҡала урамдарында уттар тәүлек әйләнәһенә һүндерелмәйәсәк. Бынан тыш, Еңеү паркында 10 хәрби техника урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Төп саралар «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк. Милли оркестр, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль ҡатнашлығында ҙур концерт ойоштороласаҡ. Йола буйынса, баш ҡаланың үҙәк майҙанында фейерверк та көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика