100 йыллыҡҡа ике аҙым. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 97-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны 19.05.2017

Йола буйынса байрам  башҡорт театр сәнғәтенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең һәйкәлдәренә сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды.

Сарала тамамланған ижади миҙгел хаҡында төрлө быуын сәхнә оҫталары һүҙ тотто. Билдәле булыуынса, быйыл  театр коллективы  тамашасыларҙы  дүрт премьера әҫәре,  республика һәм халыҡ-ара кимәлдә уңыш ҡаҙаныуҙары менән дә   ҡыуандырҙы.
Театр коллективы 97-се ижад миҙгелен «Сәмле ярыш – батл» тигән тамаша менән  тамамланы. Театрлаштырылған тамашала өлкән быуын артистары менән йәштәр йыр-моң, спектаклдәрҙән өҙөктәрҙә  ярышты. Байрам  һуңында миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталары, шулай уҡ театрҙың  төрлө цехтарында  эшләүсе хеҙмәт уңғандары бүләкләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында «Антигона» спектаклендәге Антигона роле өсөн Лилиә Ғәлина, «Иң яҡшы ир-егет ролендә» «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһындағы Ғәлиә Харисовна роле өсөн Фидан Ғафаровҡа лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика