«Һылыуҡай- 2017» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе тип Земфира Байдәүләтова танылды

«Һылыуҡай- 2017» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе тип Земфира Байдәүләтова танылды 20.03.2017

25-се тапҡыр ойошторолған «Һылыуҡай» конкурсының финалы Башҡортостан дәүләт концерт залында үтте. Ҡыҙҙар йыр-бейеүгә оҫталығын, экология йылына арналған һорауҙарға яуаптар биреүҙә отҡорлоғон күрһәтте, уй-хыялдары менән бүлеште. Гүзәллек бәйгеһенең баһалама ағзалары ҡыҙҙарҙың тышҡы матурлығына ғына түгел, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы белеүенә лә иғтибар итте.

Матурлыҡ бәйгеһенең юбилейына төрлө йылдарҙа һылыуҡай тажына лайыҡ булыусылар ҙа саҡырылғайны. Улар араһында моделдәр, алып барыусылар, сәхнә оҫталары, бер һүҙ менән әйткәндә, тормошта үҙ урынын тапҡан гүзәлкәйҙәр бар ине. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Земфира Байдәүләтова лайыҡ булды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика