«Һылыуҡай- 2016» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе Эльвира Ҡарамышева

«Һылыуҡай- 2016» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе Эльвира Ҡарамышева 20.04.2016

Кисә Башҡортостан дәүләт концерт залында «Һылыуҡай- 2016»  конкурсының финалы үтте. 16 ҡыҙ йыр-бейеүгә маһирлығын, аш-һыуға оҫталығын  күрһәтте, уй-хыялдары менән бүлеште,  башҡорт дизайнерҙарының яңы коллекцияһын тәҡдим итте.

Рәсәй киноһы йылына арналған һынау ҙа булды. Улар араһында буласаҡ филологтар, табиптар, менеджерҙар бар.  Ҡыҙҙарҙың  иң йәше ун етеһен тултырған. Конкурсанттар Баймаҡ, Әбйәлил, Федоровка, Благовар һәм республиканың  башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Магнитогорскиҙан да бар. Гүзәллек бәйгеһе  быйыл 24-се тапҡыр  ойошторолдо. Ул  башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалай. Һылыуҡай тажына  Күгәрсен районынан 18 йәшлек Эльвира Ҡарамышева лайыҡ, тип табылды. Ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында беренсе курста уҡый. Киләсәктә тел белгесе булырға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика