«Ҡыҙыл таң» гәзитенең Өфөлә ойошторолған сираттағы йырлы кисе асҡындарҙы берләштерҙе 19.04.2016

Мәҙәни сара дүртенсе йыл уҙғарыла. Уның сиктәрендә район халҡы баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарына күләмле концерттар – «сәхнә күстәнәстәрен» әҙерләп килә. Асҡын районы ла таланттарға бай төбәк булыуын раҫланы. Осрашыуҙа ҡурай, гармун моңдары тынманы. Профессиональ йырсыларҙың, үҙешмәкәр артистарҙың, коллективтарҙың сығышын тамашасылар ҡайнар алҡыштарға күмде. Бынан тыш, урындағы шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияларҙың күргәҙмәһен ойошторҙо. Асҡын оҫталарының ижади эштәре лә тәҡдим ителде. Район тарихына арналған экспозиция менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп булды. Концертта «Ынйылар» өлгөлө бейеү коллективы ла ҡатнашты. Үҫмерҙәр төрлө халыҡ бейеүҙәрен башҡарып, милләттәр дуҫлығын, татыулығын күрһәтте.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика