«Ҙур сумаҙан» менән федераль каналға! 20.05.2015

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҙур сумаҙан» телепроекты май аҙағында «Пятница» каналы тамашасыларын ҡыуандырасаҡ. Проект геройы Руслан Фәршатов ике йыл дауамында һәр шәмбе тамашасыларҙы төрлө илдәрҙең иҫтәлекле урындары менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә төбәк өсөн генә хас үҙенсәлекле  тауыштар һәм музыка ҡоралдары, йыр-моңо менән таныштыра.  

Рөстәм Аҙнабаев, «Ҙур сумаҙан» телепроекты режиссеры: «Был тапшырыуҙы эшләү тәҡдиме башта ҡағыҙҙа ғына ине. Бөтә Рәсәй «Тэфи-төбәк» бәйгеһендә «Ҙур сумаҙан» проектының идеяһы еңеүсе тип танылғас, бағыусылар ҙа табылды. Бер нисә йыл эсендә күп еңеүҙәргә өлгәшелде, хәҙер был тапшырыуҙы Рәсәй тамашасыһы ла күҙәтә аласаҡ. Беҙҙең өсөн был ҙур еңеү».
Чехия, Австрия, Германия, Словакия... Һәр илдең үҙенә генә хас тауышы бар - ямғыр яуһынмы, экзотик хайуандарҙың тауышы булһынмы - уларҙың барыһы ла тапшырыуҙың сығарылышында яңғырай. «Ҙур сумаҙан» проектының ижади төркөмө бәләкәй - дүрт кешенән тора. Аҙна һайын командировкаларға сығыу, төрлө илдәрҙе гиҙеү, әлбиттә, ҙур көс һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Шулай ҙа был эшмәкәрлек лайыҡлы баһаланып тора.
Гөлназ Ҡолһарина, «Тамыр» телеканалы директоры: «Ҙур сумаҙан» телепроекты  майҙан башлап «Пятница» федераль каналында сыға башлай. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки региональ телекомпанияла эшләнгән  20 тапшырыуҙың федераль каналда күрһәтелеүе беҙҙең тарихта тәүге тапҡыр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика