«Ҙур сумаҙан» федераль каналда!

«Ҙур сумаҙан» федераль каналда! 25.05.2015

Башҡортостан юлдаш каналында әҙерләнгән тапшырыуҙың премьераһы бөгөн «Пятница» каналында эфирға сыҡты. Проектың 20 сығарылышын  ай дауамында  аҙнаһына биш тапҡыр көндөҙгө сәғәт бишенсе ун минутта ҡарарға мөмкин.  

Тапшырыу бик тә үҙенсәлекле.  Проект геройы Руслан Фаршатов  тамашасыларҙы төрлө илдәрҙең иҫтәлекле урындарын ғына түгел, шулай уҡ  төбәк өсөн генә хас үҙенсәлекле  тауыштар һәм музыка ҡоралдары, йыр-моңо менән дә таныштыра.  Беҙҙең коллегаларға «Ҙур сумаҙан»ды әҙерләү өсөн 13 дәүләттең өс тиҫтәнән ашыу ҡалаһында булырға тура килгән.  Шуныһы ҡыҙыҡ, проект ҡабул итеүсе ил тарафынан финанслана.
Әле команда яңы сығарылыштар өҫтөндә эшләй. Бөгөнгә дүрт программа Америка һәм Монакола төшөрөлгән. Июндә сәйәхәтселәр Испания, Куба һәм Финляндияға барырға йыйына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҙур сумаҙан» проекты бер нисә тапҡыр телевизион конкурсы еңеүсеһе булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика